Үтәғол ауыл китапханаһы китапханасыһы Йосопова Фәүзиә тәҡдим итә шағирә Зөһрә Ҡотлогильдинаның ,,Һуғыш балалары-тарих яралары,,
747.20K
Категория: ЛитератураЛитература

тәғол ауыл китапханаһы китапханасыһы Йосопова Фәүзиә тәҡдим итә шағирә Зөһрә Ҡотлогильдинаның ,,Һуғыш балалары-тарих яралары

1. Үтәғол ауыл китапханаһы китапханасыһы Йосопова Фәүзиә тәҡдим итә шағирә Зөһрә Ҡотлогильдинаның ,,Һуғыш балалары-тарих яралары,,

исемле хәтирәләр китабын.

2.

3.

Ҡотлогилдина Зөһрә Сәлимйән
ҡыҙы (20 август 1951 йыл) —
башҡорт журналисы, шағир һәм
балалар яҙыусыһы. 1979 йылдан
СССР Журналистар союзы, 1989
йылдан СССР Яҙыусылар союзы
ағзаһы. Башҡортостан
Республикаһының атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995),
Баязит Бикбай (2011) һәм Рәми
Ғарипов исемендәге (2012)
премиялар лауреаты

4.

5.

Бынан ун йыл элек әҙибәнең “Һуғыш балалары – тарих
яралары” китабы баҫылып сыҡҡайны. Унда Бөйөк Еңеүҙең 65
йыллығы уңайынан 65 тыл ветеранының хәтирәләре
һүрәтләнгәйне. Зөһрә Ҡотлогилдина үҙенең беренсе
китабында уҡ тылдағы халыҡтың ҡаһармандарса хеҙмәтенә
ҙур иғтибар бүлгәйне. Һуғыш темаһы китаптар, фильмдар
аша ғына таныш түгел уға.
– Атайым һуғыштан беҙгә ғүмер бирер өсөн генә ҡайтҡан,
күрәһең. Яу йылдарында тылда йәш кенә көйө тракторсы
булып эшләгән әсәйебеҙ, өҙлөгөп, ҡаты ауырыуға һабышты.
Бер туған Миңлегөл апайыма рәхмәт инде: 27 йыл түшәктә
ятҡан ғәзиз кешебеҙҙе күберәген ул ҡараны. Һуғыш минең
ғаиләмә генә түгел, һәр совет кешеһенең яҙмышына ауыр
төҙәтмәләр индерҙе. Китабымды ҡәҙерлеләребеҙ – атайым
Сәлимйән Ноғоман улы менән әсәйем Миңһылыу
Шәрифйән ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә бағышланым, – тине
автор.“Һуғыш яралаған бала саҡ” документаль-публицистик
китабы тормош ауырлыҡтары кисергән тыл
хеҙмәтсәндәренең, үҫмерҙәрҙең рухи ҡаһарманлығына һүҙ
сәнғәте һәйкәле ул.

6.

– Хәтирәләр һәр бер ғаиләлә һаҡлана, әммә уларҙы
китап итеп туплап, халыҡҡа еткереү – ҙур эш. Ташҡа
баҫылған юғалмай, ти беҙҙең халыҡ. Йылдар үтер,
һеҙҙең был китабығыҙ тыл хеҙмәтсәндәренең
эшмәкәрлеген бар тулылығында күҙ алдына баҫтырған
документаль баҫмаға әйләнер, – Эйе, Башҡортостанда
ғына түгел, Ҡаҙағстанда, Татарстанда, Һамар
өлкәһендә йәшәгән ветерандарҙың кисерештәре аша
һуғыш йылдарының тылдағы картиналары күҙ алдына
баҫа.

7.

8.

9.

Хәтерләйме хәтәр һуғыш мәлен,
Сабыйҙарға ризыҡ булғанын,
Мең-мең еңгәләрҙең, апайҙарҙың
Сәскә атҡан килеш һулығанын?
Хәтерләйме, башын ергә эйеп,
Атайҙарҙың өнһөҙ ятҡанын,
Еңеп илгә ҡайтҡан ирҙәрҙең дә,
Яраһынан ҡаны аҡҡанын?
һөтлөгәндәр, һары һөтлөгәндәр,
Йыйып алып һеҙҙе күңелдән,
Мин дә башты аҫҡа эйеп кенә
Байрам итәм Еңеү көнөндә... .

10.

11.

12.

13.

Китап Бөйөк Еңеүҙең тылдағыларға арнап нәшер
ителһә лә, унда 70 кеше хаҡында ғына яҙылмаған, ә
ялҡынлы йылдарҙың шаһиты булған йөҙләгән
ҡаһарман тураһында һүрәтләмә бирелгән. Дөрөҫөн
әйткәндә, был йыйынтыҡты тыныс ҡына уҡып булмай:
тәү ҡарашҡа ябай ғына тормош сәхифәләре аша
тотош дәүерҙең, бер быуындың яҙмышы күҙ алдына
баҫа.
Айырым
мәҡәләләрҙең
йөкмәткеһенә
туҡталмайса, уларҙағы дөйөм фекерҙе билдәләгән
бер нисә һөйләмде генә атап үтеү ҙә етер: “Әсәйемдең
сеңләп илауынан төндә йоҡонан уянам...”, “Ун ике
йәшлек малайҙарға донъя торҙо ла ҡалды...”, “Үлде
тип сығарып ташланылар...”, “Поезд әсәйемдең
күкрәгенән үтеп китә...”, “Украинанан йәһүд ғаиләләре
сумаҙан тулы аҡса менән килде...”, “Фронттан килгән
ҡанлы гимнастеркаларҙы йыуырға таратып бирәләр
ине”...
English     Русский Правила