6.77M
Категория: КультурологияКультурология

Р2ми ;арипов

1.

Р2ми
;арипов.
ёТормош юлы 32м
ижадыЁ

2.

(1932-1977)

3.

Р2ми ;арипов
1932 йылды8 12
февраленд2,
БАССР-ҙың
Салауат районы
Арҡауыл
ауылында
тыу4ан.

4.

Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә
уҡыған

5.

1950-1955 йылдар6а
А.М.Горький исеменд2ге
262би2т институтында
белем ала.

6.

Институтты тамамла4ас, „Совет
Баш7ортостаны“
г2зитенд2 эш башлай.Бер
нис2 йыл Баш7ортостан
китап нашри2тенд2 32м
„А4и6ел“ журналы
редакция3ында эшл2п ала.

7.

Мин халҡымдың сәскә
күңеленән
Бал ҡортондай ынйы
йыямын,
Йыямын да - йәнле
ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел
ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм
түгелКөслө лә ул, бай ҙа, яғымлы
ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.
Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ
теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен
hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә - сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым
ю ҡ,
Йөрәгендә халҡы
булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

8.

Бәхет - һәр саҡ һуңлап килер
ҡунаҡ,
Килеп инә табын таралғас!..
Тик көтәһең, көтөп арығас та
Бәхет өсөн генә яралғас.
"Көтә белгәндәргә һуң түгел"
дә,
Йәшлек кенә көтөп тормай
шул.
Юк шул уның туҡтар
туҡталҡаһы
Йә үткәнгә юлын бормай шул.
Ҡала минә бары йылдар
буйы
Йырҙар менән күңел
йыуатыу.
Бар ғүмерем минең - һине
эҙләү,
Бар ғүмерем һине юғалтыу...

9.

Алла ла,
батша ла,
батыр ҙа –
Азат итмәҫ
бер кем
беҙҙе.
Бары үҙ
ҡулдарыбы6
менән
Яуларбыҙ үҙ
иркебеҙҙе
(„Табыныу“
поэма3ы,1937

10.

Эй билдәһеҙ ҡатын! Был
донъяға
Нисә быуат инде бағаһың!
Бағаһың да күпме күңелдәргә
Саф мөхәббәт утын яғаһың.
Һин тик билдәһеҙ бер ҡатын
булып,
Үтеп китһәң, елдәй, көймәңдә,
Үҙең менән күпме хазинаны,
Күмер инең, аҡыҡ төймәңдәй...
Тик бер даһи рәссам ҡулы һине
Тотоп алып ҡалған мәңгегә.
Был илаһи күҙ ҡарашың менән
Һин билдәле хәҙер һәр кемгә.
Матурлыҡка ҡырыҫ был
донъяла
Һаҡлап ҡалыу күркен кешенең
Һәм билдәле итеү билдәһеҙҙе
Бәхетелер ижад эшенең...

11.

Умырзая йыры
Диуана мин, диуана,
Донъя менән
йыуанам.
Донъя минең — үҙ
өйөм,
Донъя моңо — үҙ
көйөм.
Үҙем нисек теләйем,
Ерҙә шулай
йәшәйем.
Бер кемгә юҡ
зыяным, —
Мин тик
умырзаямын.
Һәр терегә һөйөнәм,
Тик үлемгә көйөнәм;
Ә хәҙергә —
ҡыуанам,
Диуана мин,
диуана!..

12.

Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн
мин,
Янған өсөн яла яғылыр.
Ялған һыйыныр ер булмаһа ла,
Яласылар әле табылыр.
Тик намыҫты данға алыштырмам,
Юҡ, алданмам арзан даныма.
Мин яҙырмын ғәҙеллекте яҡлап,
Ҡәләмемде манып ҡаныма.
Һәр нәмәне халҡым зиһене
менән,
Халҡым күҙе менән күрермен.
Әгәр кәрәк булһа, илем өсөн
Ғәзиз ғүмеремде бирермен.
Юҡ, теҙләнмәм ялған алдында
мин!
Маҡсатымдың иң, иң алыҫын
Яҡын күрер күҙем. һәм күҙемдә
Балҡып яныр ғорур намыҫым!

13.

1964 йылда яҙылған “1937”
поэмаһы 1987 йылда ғына
донъя күрә. 1988 йылда
Ғариповҡа үлгәндән һуң
Салауат Юлаев исемендәге
республика премияһы
бирелә. Шағирҙың тыуған
яғында – Салауат
районының Арҡауыл
ауылында йорт-музей
асылған, бюст ҡуйылған.

14.

Бел: ҡояштан
ҡапланырға
мөмкин,
Мөмкин түгел

15.

Бөркөт — күктә, суртан
һыуҙа тере,
Ир ҙә тере, илгә ҡушылһа...

16.

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар
осрай,
Шундай ҡыҙҙар — ят та үл
инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде...
Алыҫ-алыҫ йондоҙ —
Һиңә ул ҡыҙ,
Төшөңдә лә осоп етмәҫһең.
Төшөңдә лә көнләр кешең барҙа,
Төш күрергә баҙнат итмәҫһең.
Тиҙерәк һүҙҙе ситкә күсерәһең,
Кисерәһең үҙең эсеңдән!..
Бер йылмайып ҡарауы ла уның
Оло бер туй яһай хисеңдә!
Оло бер туй!..
Ләкин был туйҙың бит
Һин кейәүе түгел — ҡунағы...
Күңелдә тик моңһоу бер йыр
тыуа —
Етмәгәнме һиңә шул тағы!..

17.

ҺИНЕҢ ХАТЫҢ
Һинең хатың...
Башта көлдөм.
Көлдөм
Үҙ-үҙемдән,
Көлдөм һинән дә.
Шундай ҡырыҫ,
Шундай дөрөҫ һүҙҙән
Һығылып төшөр хатта имән дә.
Һинең хатың...
Аҙаҡ, үкһеп-үкһеп,
Ир башыма килде илайһым.
Һин тип мин үлергә әҙер,
Ә һин?
Юҡ, үлемдән һаҡла илаһым!
Һинең хатың...
Тағы уйға ҡалдым.
Хәрефтәрҙең шундай танышы!
Алыҫ нурым,
Алыҫ йырым минең,
Шулай ҙа был -Һинең,
Һинең,
Һинең тауышың!..

18.

Шыбыршыбыр
Яуа ямғыр,
Ҡоя ямғыр
күнәкләп.
Күк күкрәй,
Ер тетрәй,
Хәс
йәшенде
үсекләп

19.

(башҡорт) Батшаларға башын
эймәгәнде, башҡаларға ғына баш эймәҫ...

20.

Р2ми ;арипов 1977 йылды8 20
февраленд2 )ф0 7ала3ында вафат
була...
English     Русский Правила