913.86K
Категория: БиологияБиология

Коштар осорам

1.

2.

Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы
тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә бөгөн таңдан
алып
Күкрәгемдән ҡоштар осорам.

3.

Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн
көрәшселәр!
Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ:
Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға
Күтәрелде күккә ҡарағош.

4.

Юлдағылар! Һеҙгә ебәрәмен
Ел - дауылдар үтер торнаны.

5.

Сирлеләрем, кәкүк осорам һеҙгә
Оҙаҡ – оҙаҡ саҡыра торғанын.

6.

Сығып осто ярһыу бер
һандуғас,
Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә.

7.

Көткәндәргә - аҡ күгәрсен
килер,
Яңы өмөт өҫтәп өмөткә.

8.

Хыялыйҙар , сая һәм
йыуаштар!
Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар.

9.

Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә
юҡ
Әйҙә улар ҡошһоҙ
торһондар.

10.

Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы
тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә бөгөн таңдан
алып
Күкрәгемдән ҡоштар осорам.
English     Русский Правила