Похожие презентации:
Байрамғәлин Әхмәҙғәли Мөхәмәҙғәли улы
1.
Байрамғәлин ӘхмәҙғәлиМөхәмәҙғәли улы
1906 -1976 й.й.
2.
Байрамғәлин Әхмәҙғәли Мөхәмәҙғәли улы1906 йылда Мәҫкәү ауылында донъяға килә.
3.
Һуғыш башланыу менән, олатайым да фронтҡа китә.Был ваҡытта икенсе улы Әхмәҙиәгә (1937 йылғы) 4
йәш була. Ул - минең атайым.
Атайымдың
олатайымды «Ауыл буйлап, арбаларға тултырып,
гармун уйнап киткәндәре хәтерҙә,» - тип әйткәне
иҫемдә.
4.
Олатайым, Әхмәҙғәли Мөхәмәҙғәли улы, һуғышваҡытында, яраланып, Баку ҡалаһында госпиталдә
ятып сыға ул.
5.
1944 йылда, ҡайтҡас, ауылда урмансыбулып эшләй. Ташҡыя ауылы эргәһендәге
посадка – уның ҡулдарының эше.
6.
Бынан тыш, оҫта балыҡсы булараҡ та дан ала.Эре – эре балыҡтарын һалҡын баҙҙа һаҡлай
торған булған ул.
7.
Олатайым һуғыштан алған яраларынан оҙаҡйәшәмәне, 1976 йылда донъя ҡуйҙы.
8.
Атайым алты малай һәм бер ҡыҙлы ғаиләлә икенсе малайбулып үҫкән. Шулай ҙа Әхмәҙғәли олатайым балаларына
профессия алырға,
тырышып йәшәргә,
ҡайһы бер
балаларына үҙ донъяларын, ғаиләләрен булдырырға
өлгөргән.
9.
Ете балаһы ла үҙ тормошон булдырып, ғаиләле,бала-сағалы булып китәләр. Һәр береһе тәүҙә ауылда,
атаһының эргәһендә йәшәп алалар. Аҙаҡ башҡа ерҙә
көн итәләр. Малайҙары ғүмерҙәрен ер эшенә
бәйләйҙәр, алдынғы комбайнсы, оҫта шофер булһалар,
ҡыҙы тәрбиәсе һөнәрен һайлай.
10.
Бөгөнгө көндә бер улы һәм ҡыҙы иҫән. Ғаиләлә дүртенсебулып тыуған улы - Әсҡәт Әхмәҙғәли улы Силәбе өлкәһе
Степной ҡасабаһында ғаиләһе менән йәшәй. Бер бөртөк
кенә ҡыҙы – Таңһылыу Әхмәҙғәли ҡыҙы Белорет районы
Буғанаҡ ауылында йәшәй.