«ХАЛҠЫМ, ҺЕҘГӘ ШУНЫ ӘЙТӘМ…»
Проекттың маҡсаты:
ИДЕОЛОГИЯ – нимә ул
СССР тарҡалғандан һуң илдә әхлаҡ, рухи атмосфера ныҡ ҡаҡшаны, рухи ҡиммәттәр аҡса, байлыҡ кеүек ялған ҡиммәттәр менән
90-сы йылдарҙан башлап үҫеп килеүсе быуын, йәштәр аңында кешене кеше иткән төп рухи ҡиммәттәр матди ҡиммәттәр тарафынан
Ғалимдар фекеренсә, йәмғиәттә халыҡ традицияларына нигеҙләнгән берҙәм идеология булдырмайынса тороп, илдәге рухи-әхлаҡи климат
Беҙ тәҡдим иткән проект бөгөн йәш быуынды тәрбиәләүҙә бик мөһим булған идеологияның нигеҙе итеп “Урал батыр” эпосын, унда
Проекттың идеяһы авторы – Мәрйәм Бураҡаева. Концепция авторҙары – Мәрйәм Бураҡаева, Фәнил Күзбәков.
Проекттың концепцияһы белем биреү ойошмаларында, ауыл клубтары, китапханалар эргәһендә рухи-әхлаҡи һәм гражданлыҡ-патриотик
Финанс сығанаҡтары: Проект Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына тәҡдим ителде һәм еңеп сыҡты.
1. Тәбиғәт – кешелектең бишеге (“Тау буйҙары йәшәрһен, Мәңге үлмәҫ төҫ алһын.”) (экологик тәрбиә)
2. Ҡараусыһыҙ ҡалған өлкән кешеләргә, етем балаларға мөнәсәбәт - кешелеклелек үлсәме (“Еҫерҙәрҙең алдында Күҙенә керпек
3. Матди яҡтан хәлле милләттәштәрҙе проблемаларҙы хәл итешеүгә ылыҡтырыу, халҡыбыҙға һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙған эшҡыуар
4. Эскелеккә, наркоманияға һәм йәмғиәттәге башҡа кире күренештәргә ҡаршы көрәш (“Яҡшының эскәне - һыу булыр, Ямандың эскәне –
5. Тыуған ерем, тыуған илем – минең ғәзиз төйәгем (“Йәшәй торған илем бар, Илһеҙ етем түгелмен “)
6. Ата-әсә, туғанлыҡ – милләт нигеҙе, ( “Атамдың хаҡы өсөн, Әсәмдең хәтере өсөн, Тағы ла бер һынайым”) (ғаиләһенең, тыуған
7. Аң-белем, ғилем-һөнәр – рухи камиллыҡ, етеш тормош нигеҙе (“Күккә менер баҫҡысһыҙ, Ерҙе асыр асҡысһыҙ.”) (аң-белемгә ынтылыш
8. Изге эштәр тупланмаһы (“Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ Ҡыла торған йола бар.”) (яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында күҙаллауҙарын
9. Кәңәшле ил тарҡалмаҫ (“ Олоно оло итегеҙ, Кәңәш алып йөрөгөҙ. Кесене кесе итегеҙ, Кәңәш биреп йөрөгөҙ.”)
10. Үлгәндәрҙе терелтер өсөн Тыуған батыр мин
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
10.97M
Категория: ИсторияИстория

Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм…

1. «ХАЛҠЫМ, ҺЕҘГӘ ШУНЫ ӘЙТӘМ…»

«Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге төбәк–ара йәмәғәт ойошмаһы
«ХАЛҠЫМ, ҺЕҘГӘ
ШУНЫ ӘЙТӘМ…»
«Урал батыр» эпосынан
ӨФӨ – 2020

2. Проекттың маҡсаты:

Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр”ҙың нигеҙен тәшкил
иткән рухи ҡиммәттәргә һәм башҡорт халҡының милли
мәҙәниәте, ғаилә традицияларына таянып, яңы рухиәхлаҡи тәрбиә биреү системаһын булдырыу.

3. ИДЕОЛОГИЯ – нимә ул

Кешелек донъяһы барлыҡҡа
килгәндән алып алдына үҙмаҡсат
куйып йәшәй. Ошо үҙмаҡсаттан
сығып йәмғиәт үҙ тормошонда төрлө
саралар ҡуллана, йәмғиәттең
үҫешенә ҡулай шарттар тыуҙыра.
Ошо шарттар тәьҫире аҫтында һәр
шәхестең тормошҡа үҙ идеологик
ҡарашы барлыҡҡа килә һәм ул
идеялар һәр кешегә етәкләүсе көс
булып тора. Кешелек – ул социаль
система, уның ағзалары араһында
һәр ваҡыт бәйләнеш бар.
Шуға күрә, әгәр бала тәрбиәне үҙ
төркөмөндә алмаһа, уға иғтибар
етмәһә, ул икенсе, сит төркөмдә
үҙенә иғтибар эҙләргә мәжбүр.
Тимәк, баланың кем булып уҫеүе,
киләсәктә йәмғиәт тормошонда
ниндәй
роль
уйнауы
уның
тәрбиәләнеү мөхитенә бәйле. Тап
ошонда, тәрбиә процесы бер
юҫыкта барһын өсөн, төп йүнәлеш –
берҙәм талаптар, йәғни беҙҙең үҙ
идеологиябыҙ тороға тейеш.

4. СССР тарҡалғандан һуң илдә әхлаҡ, рухи атмосфера ныҡ ҡаҡшаны, рухи ҡиммәттәр аҡса, байлыҡ кеүек ялған ҡиммәттәр менән

алыштырылды.
Белем биреү ойошмаларында тәрбиә биреү
мәсьәләләре артҡы планға күсте.

5. 90-сы йылдарҙан башлап үҫеп килеүсе быуын, йәштәр аңында кешене кеше иткән төп рухи ҡиммәттәр матди ҡиммәттәр тарафынан

ҡыҫырыҡлап
сығарыла, уларҙың теләктәре, уйхыялдары тәмле ашау, матур
кейенеү
кеүек
бик
тар
нәмәләргә генә йүнәлтелә.

6. Ғалимдар фекеренсә, йәмғиәттә халыҡ традицияларына нигеҙләнгән берҙәм идеология булдырмайынса тороп, илдәге рухи-әхлаҡи климат

яҡшы яҡҡа үҙгәрмәйәсәк.

7.

Күптәр бындай идеологияның нигеҙен диндә күрә.
Әлбиттә, донъяның барлыҡ диндәре лә тик
яҡшылыҡҡа өйрәтә, һәр хәлдә уларҙың китаптарында
(Библия, Ҡөрьән һ.б.) бирелгән тәғлимәттәр - кешелек
тарихы тарафынан тыуҙырылған мәңгелек рухи
ҡиммәттәр.
Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө көндә христианство ла,
ислам да был ролгә дәғүә итә алмай, сөнки уларҙың
икеһендә лә күпселек ҡабул итмәгән негатив
тенденциялар барлыҡҡа килде (динде эшҡыуарлыҡҡа
әйләндереү, йәки бер-береһенә дошман булған
ағымдарҙың барлыҡҡа килеүе).

8. Беҙ тәҡдим иткән проект бөгөн йәш быуынды тәрбиәләүҙә бик мөһим булған идеологияның нигеҙе итеп “Урал батыр” эпосын, унда

бирелгән тәрбиә ҡанундарын, егеттәр өсөн өлгө итеп Урал
батырҙы, ҡыҙҙар өсөн – Һомайҙы алырға тәҡдим итә.

9. Проекттың идеяһы авторы – Мәрйәм Бураҡаева. Концепция авторҙары – Мәрйәм Бураҡаева, Фәнил Күзбәков.

10. Проекттың концепцияһы белем биреү ойошмаларында, ауыл клубтары, китапханалар эргәһендә рухи-әхлаҡи һәм гражданлыҡ-патриотик

тәрбиә
биреү үҙәктәре ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Улар “Урал батыр
мәктәбе” тип аталасаҡ.
Малайҙарға егеттәрсә, ҡыҙҙарға ҡыҙҙарса тәрбиә биреү маҡсатында
үҙәктәр эсендә “Урал батыр ҡоро” йәки “Һомай мәктәбе”ячейкаларын
булдырырға мөмкин.

11. Финанс сығанаҡтары: Проект Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына тәҡдим ителде һәм еңеп сыҡты.

12.

ПРОЕКТ КОНЦЕПЦИЯҺЫНА
ЯРАШЛЫ ЮҒАРЫЛА АТАЛҒАН
ҮҘӘКТӘРҘӘ ЭШ ТҮБӘНДӘГЕ 10
ЙҮНӘЛЕШТӘ
ОЙОШТОРОЛОРҒА ТЕЙЕШ

13. 1. Тәбиғәт – кешелектең бишеге (“Тау буйҙары йәшәрһен, Мәңге үлмәҫ төҫ алһын.”) (экологик тәрбиә)

14. 2. Ҡараусыһыҙ ҡалған өлкән кешеләргә, етем балаларға мөнәсәбәт - кешелеклелек үлсәме (“Еҫерҙәрҙең алдында Күҙенә керпек

булығыҙ.”)

15. 3. Матди яҡтан хәлле милләттәштәрҙе проблемаларҙы хәл итешеүгә ылыҡтырыу, халҡыбыҙға һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙған эшҡыуар

егеттәрҙе балаларға өлгө итеп
ҡуйыу
(“Ил ынйыһын йәшереп,
Ергә күмеп ҡуймаҫҡа.”)

16. 4. Эскелеккә, наркоманияға һәм йәмғиәттәге башҡа кире күренештәргә ҡаршы көрәш (“Яҡшының эскәне - һыу булыр, Ямандың эскәне –

ыу булыр.”)

17. 5. Тыуған ерем, тыуған илем – минең ғәзиз төйәгем (“Йәшәй торған илем бар, Илһеҙ етем түгелмен “)

18. 6. Ата-әсә, туғанлыҡ – милләт нигеҙе, ( “Атамдың хаҡы өсөн, Әсәмдең хәтере өсөн, Тағы ла бер һынайым”) (ғаиләһенең, тыуған

еренең, иленең киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү)

19. 7. Аң-белем, ғилем-һөнәр – рухи камиллыҡ, етеш тормош нигеҙе (“Күккә менер баҫҡысһыҙ, Ерҙе асыр асҡысһыҙ.”) (аң-белемгә ынтылыш

тәрбиәләү,
билдәле ғалимдар, уҡытыусылар,
врачтар һәм башҡа һөнәр эйәләре
менән осрашыуҙар ойоштороу аша)

20. 8. Изге эштәр тупланмаһы (“Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ Ҡыла торған йола бар.”) (яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында күҙаллауҙарын

формалаштырыу, тормоштоң төп
философияһын аңлатыу: ваҡыт үтеү менән бөтә нәмә юҡҡа сыға, ләкин яҡшылыҡ ҡына бер ҡасан да
юғалмай)

21. 9. Кәңәшле ил тарҡалмаҫ (“ Олоно оло итегеҙ, Кәңәш алып йөрөгөҙ. Кесене кесе итегеҙ, Кәңәш биреп йөрөгөҙ.”)

22. 10. Үлгәндәрҙе терелтер өсөн Тыуған батыр мин

23.

Был ун йүнәлеш буйынса ла ойоштороласаҡ эштәр
мәктәптәрҙең эш планында булырға тейеш.
класс етәкселәренең,
Ҙур мәктәптәрҙә (бала һаны 400-ҙән артыҡ) эште бәләкәй кластарҙан, һәм 56 кластарҙан башларға, бәләкәй ауыл мәктәптәрендә бөтә мәктәпте йәлеп
итергә тәҡдим итәбеҙ.

24.

Проекттың әһәмиәтен билдәләү маҡсатында Ғафури районы Красноусол
башҡорт, Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы, Дүртөйлө
районы Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимнзияларында, Баймаҡ районы
Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернатында, «Айыуҡай» балалар баҡсаһында һәм
Ҡырмыҫҡалы районы мәктәптәрендә проектты тормошҡа ашырыу
эксперимент рәүешендә барасаҡ.

25.

Һәр йүнәлеш буйынса башҡарылырға тейешле
эштәр (айырым программа).

26.

Башҡарылған эштәр:
1. «Бәйләнеш» социаль селтәрендә «Урал батыр» төркөмө булдырылған,
уның эсендә һәр йүнәлеш буйынса әңгәмәләр эшләнде. Уларҙа һеҙгә ярҙамға
төрлө материалдар һәм кәрәкле мәғлүмәттәр һалынып барасаҡ.
2. «Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм» китабы сығарылды.
3. «Положение о добровольных объединениях – Центрах духовнонравственного и гражданско-патриотического воспитания детей и молодежи и
в целом населения» тигән документ эшләнде.
4. Бынан тыш телевидение, радио, ваҡытлы матбуғат биттәрендә проект
авторҙары даими сығыш яһаясаҡ, был сығыштарға ошо проектты тормошҡа
ашырыусылар ҙа йәлеп ителәсәк.

27.

Беҙҙең менән бәйләнеш:
1. Урал батыр төркөмө (https://vk.com/club175313100)
2. 8927 33 40 054 телефоны.

28. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Made by Шәфҡәт Ғәбитов
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
English     Русский Правила