«Аҡмулла» һүҙен ишеткәс тә күҙ алдына кемдең һыны килеп баҫа?
Мифтахетдин Аҡмулланың ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ? Уның шиғырҙарын һайлап әйтегеҙ.
«Нәсихәттәр» шиғырынан өҙөк.
Таныш булмаған һүҙҙәр өҫтөндә эш.
Өйгә эш. М. Аҡмулланың шиғырында тормошта кәрәк ниндәй ҡиммәттәр тураһында әйтелә – шуларҙы яҙ һәм тормоштағы миҫалдар менән
Йәки ошо һөйләмдәрҙе тултырып яҙ.
Төҙөнө – Учалы ҡалаһы 1-се башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы –Ғүмәрова Г.Ә.
2.93M
Категория: ЛитератураЛитература

«Аҡмулла» һүҙен ишеткәс тә күҙ алдына кемдең һыны килеп баҫа?

1.

2. «Аҡмулла» һүҙен ишеткәс тә күҙ алдына кемдең һыны килеп баҫа?

3.

4.

Ысын исеме —
Камалетдинов Мифтахетдин
Камалетдин улы.
1831 йылдың 14 декабре, Ырымбур
губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Туҡһанбай
ауылы
(Башҡортостан Республикаһының
хәҙерге Миәкә районы)
Туҡһанбай ауылында мулла
ғаиләһендә тыуған.
• Атаһы Камалетдин Ишҡужа улы,
• ӘсәһеБибиөммөгөлсөм Сәлимйән
ҡыҙы –
икеһе лә аҫаба башҡорттар.
Күренекле башҡорт шағиры,
мәғрифәтсе. Башҡорт шиғриәтенә тос
өлөш индергән, милләттең XIX
быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип
һанала.

5.

6.

-Әйҙәгеҙ
М. Аҡмулла тураһында
6 минутлыҡ видеофильм ҡарап
китәйек

7.

8. Мифтахетдин Аҡмулланың ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ? Уның шиғырҙарын һайлап әйтегеҙ.

1. «Ҡайын япрағы тураһында»
2. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк»
3. «Туған тел»
4. «Аҡыл»
5. «Урыным — минең зиндан»
6. «Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе» китабы

9. «Нәсихәттәр» шиғырынан өҙөк.

Иң әүүәл кәрәк нәмә — иман, тигән,
Ахирәт эштәренә инан, тигән.
"Хоҙай, кисер!" — тигән менән эш бөтмәйҙер,
"Иман шарты"н өйрәнмәһә — Иван, тигән.
Икенсе ҡиммәт нәмә — күңел, тигән,
Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.
Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,
Булмаһа күңел таҙа — күмел, тигән.
Өсөнсө ҡиммәт нәмә — аҡыл, тигән,
Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.
Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,
Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.
Дүртенсе ҡиммәт нәмә — шөкөр, тигән,
Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк — көфөр, тигән.
Ятҡан ерҙән: "Хоҙай, кисер", тигән — хурлыҡ,
Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән.
Бишенсе ҡиммәт нәмә — әҙәп, тигән,
Әҙәп тигән — мөхәббәткә сәбәп, тигән.
Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,
Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.
Алтынсы ҡиммәт нәмә — сабыр, тигән,
Сабыр кеше моратын табыр, тигән.
Һәр эштә сабырһыҙҙың төбә — хурлыҡ,
Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.
Етенсе ҡиммәт нәмә — ихлас, тигән*,
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.
Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:
Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас — юлдаш, тигән.

10. Таныш булмаған һүҙҙәр өҫтөндә эш.

Нәсихәт- наставление, поучение;
• Әүүәл-беренсе, тәүҙә; сперва, во-первых, прежде всего
• Иман-(дингә,Аллаға) ышаныу,намыҫ;
(религиозные)убеждения,совесть
• Тәүфиҡ-тәрбиәлелек; воспитанность
• Көфөр-гонаһ; грех
• Шөкөр-умение довольствоваться
• Ниғмәт-байлыҡ; богатство
• Ихлас-искренность
• - Шиғырҙы тасуири уҡыу күнекмәләре булдырыу.
• Кешегә тормошта ниндәй сифаттарҙы тәрбиәләү кәрәклеге
тураһында әйтелә?

11.

Мәғрифәтсе әҫәрҙәрендә аҡылылыҡты,
ғәҙелеллекте, кешелелекте данлай, әҙәпһеҙлектән
көлә, властарҙың баш-баштаҡлығын һәм
законһыҙ эш итеүҙәрен фашлай. Аҡмулла аҡыл
эйәһе булараҡ, үҙ заманы өсөн ысын мәғәнәһендә
әхлаҡ-тәрбиә кодексы төҙөп, халыҡҡа был өгөтнәсихәтен әҫәрҙәре аша халыҡҡа әйтеп биргән.
Уның «Нәсихәттәр» шиғыры үҙ заманында
ижтимағи-фәлсәфәүи фекер үҫешендә тос өлөш
индерә

12. Өйгә эш. М. Аҡмулланың шиғырында тормошта кәрәк ниндәй ҡиммәттәр тураһында әйтелә – шуларҙы яҙ һәм тормоштағы миҫалдар менән

дәлилләп ҡуй.

13. Йәки ошо һөйләмдәрҙе тултырып яҙ.

Мин Аҡмулла тураһында шуны белдем:
• Уның шундай һәйбәт сифаттары булған:
• Шуныһы мөһим:
• Аҡмулланы халыҡ яратҡан, сөнки……
• Мине шул яғы ҡыҙыҡһындырҙы:
• Уҡыу тураһында шундай фекер әйткән:
• Аҡмулла –мәғрифәтсе,сөнки……..
• Бөгөнгө көндә был шиғыр актуалме? Ни өсөн?

14. Төҙөнө – Учалы ҡалаһы 1-се башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы –Ғүмәрова Г.Ә.

English     Русский Правила