6.49M
Категория: БиографииБиографии

Республика Башкортостан Абзелиловский район

1.

Башҡортостан Республикаһы
Әбйәлил районы
Хәмит урта мәктәбе
Республика башкортостан
Абзелиловский район
МБОУ СОШ с.Хамитово

2.

Рәис Ғабдрахманов Бикмөхәмәтовтың
«Еңеүле яҙ» китабына буктрейлер
Буктрейлер по книге
Раиса Бикмухаметовича
Габдрахманова
«Победная Весна»

3.

Биографияһы
Ғабдрахманов Рәйес Бикмөхәмәт улы 1918 йылдың 3
октябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Күсәрбай
ауылында тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Свердловск ҡалаһындағы
«Уралмаш» заводында эшләй.
1945 йылдан башлап «Ҡыҙыл таң» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре,
яуаплы секретары.
1952 йылдан — Башҡортостан дәүләт нәшриәте хеҙмәткәре.
1957—1978 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) «Һәнәк»
журналы хеҙмәткәре.
1988 йылдың 7 мартында Өфөлә вафат була.

4.

Ижады
«Яңы билдәләр» тип аталған тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1951 йылда сыға.
«Ҡаңғылдашып ҡаҙҙар киткәндә» (1961), «Төш алдынан» (1963) повестарында
кешенең рухи донъяһының формалашыуы проблемалары күтәрелә. Р.
Ғабдрахманов — башҡорт балалар прозаһын формалаштырыуға һәм үҫтереүгә
ҙур өлөш индергән башҡорт яҙыусыларының береһе. Балалар өсөн «Ауыл малайы»
(1956), «Мажаралы юл» (1958), «Биш батырҙың алты ейәне»(1964) повестары
авторы.
.

5.

Китаптары
Имән миндек: сатирик һәм юмористик хикәйәләр. — Өфө, 1983.
Эҙҙәр: повестар. — Өфө, 1985.
Аралар: повесть. — Өфө, 1990.
Аҡ томандар артында.: Повесть. — Өфө: Башҡортостан китап
нәшриәте, 1976. — 128 бит.
«Киләсәк-I»" экипажы: Повесть һәм хикәйәләр. — Өфө:
Башҡортостан китап нәшриәте, 1966. — 105 бит.
Аманат: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте,
1959. — 104 бит.
Аҫыл таш: Балалар өсөн пьесалар. — Өфө: Башҡортостан китап
нәшриәте, 1957. — 71 бит.
Ауыл малайы: Урта йәштәге мәктәп балалары өсөн хикәйәләр. —
Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1956. — 132 бит.

6.

Рәис Ғабдрахмановтың был китабына
«Еңеүле яҙ», «Күҙ нурым» тигән повестары
ингән. Тәүгеһендә Бөйөк Ватан һуғышының
һуңғы яҙында колхоз ауылындағы тормош
хәлдәре, армиябыҙҙың еңеүҙәре менән
рухланған совет кешеләренең, үҫмерҙәрҙең
ил хаҡына тырыш хеҙмәттәре сағыла.
Автор икенсе әҫәрендә бала өсөн
теләһә ниндәй ҡорбандарға барған әсәләргә
дан йырлай.
Башҡортостан китап нәшриәте,1988й.

7.

Бөйөк Еңеүгә тос
өлөш индереүсе
тыл
хемәткәрҙәренә
дан!!!

8.

Әле һуғыш бөтмәгән.
Әле һуғыш бөтмәгән. Мәгәр һуңы һиҙелә. Иртән тороу менән , иң
тәүҙә репродукторға ҡолаҡ һалалар.Берәйһенең урамдан
ашығып килгәнен күрһәләр, әллә хәйерле хәбәр таратып
йөрөйме тип, ул уҙып киткәнсе тәҙрәнән күҙ алмайҙар.
Тамаҡ яғы бөтөнләй онотолдо. Әйтерһең дә, ул яҡтан ҡайғы
бөткән. Ә быйыл яҙ үңәстән ныҡ алды. Күптәрҙең он аҙығын
байтаҡтан күргәне юҡ. Халыҡтың күҙ терәп торған нәмәһе –
бәрәңгеһе лә аҙ ҡалды.

9.

Ун биш йәшлек бригадир.
Хәләф быйыл ун бише менән бара. Тик бер кемдә ун ике –
ун өс йәштән артыҡ бирмәй уға.Буйға оҙон ғына ла бит,
бигрәк ябыҡ, ҙур һоро күҙҙәренең тәбө, түңәрәкләнеп, ҡара
көйөп, сикә һөйәктәре сығыбыраҡ тора.Тамаҡ яғы наҡыҫ
булыу өҫтөнә, бер ҙә йоҡо эләкмәй уға. Бригадир ул!
Икенсе йыл инде. Кәшфи ағай фронтҡа киткәс, уның
урынына ҡуйҙылар.
Бөгөн кис бына ут алғас идара ултырышы буласаҡ. Яҙғы
сәсеүгә әҙерлек буйынса. Күпме генә тырышмаһындар,
эштәр шәптән түгел әлегә. Сбруй етешмәй. Ҡайҙан алырға
ла белмәйҙәр.

10.

Хәләфтең дуҫы.
Сирай Хәләфтең йәштәше. Колхоз һарыҡтарын көтә. Шуға күрә
был тирәлә бер ҡасан да күренмәй. Хәләф уны күргәс тә
кәүҙәһен турылатты.
- Нимә булды? Һуғыш бөткәнме әллә?
- Дөмөккән! – тине күкрәген тотоп.
- Кем? Гитлермы? – тип һораны Хәләф.
- Түгел! Бүре!
- Бүре!

11.

Шатлыҡлы көндәрҙә ҡайғы килтерҙең
олатай.
Фәйзулла бабайҙы икенсе көндө төш алдынан ерләнеләр. Ҡәбергә
төшөрөр алдынан хушлашыу нотоғон Алтынғужа ағай үҙе һөйләне.
- Йәмәғәт! - тип осланы ул байтаҡҡа һуҙылған нотоғон – Фәйзулла
олатай, фронттағы һалдат кеүек, үҙенең иң һуңғы һулышын да бөткәнсе
халыҡ бәхете өсөн бирзе. Тормошта, хеҙмәттә уның һымаҡ булайыҡ!

12.

Өмөт һәм ышаныс...
Алтынғужа ағай ергә ҡарап уйланып торҙо.
- Һуғыш күп яҙмыштарҙы үҙенсә яҙҙы шул! – Ул Хәләфтең яурынына
һуғып алды.- Ярай, ҡайғырма, әле бер нәмәгә лә һуң түгел. Теләгең генә
булһын. Иң мәһиме – Еңеү! Бөтә тотҡа шунда! Уның хаҡына бик күп
ҡорбандарға барырға тура килде бит. Эшеңдә һынатма! Бөтәһә лә булыр.
Аңланыңмы?

13.

Илебеҙгә ҡара ҡайғы килгәс,
Йырып үтеп йылдар араһын.
Дауылдарҙа ҡылыҡтығыҙ һеҙ,
малайҙар
Ямар өсөн ерҙең яраһын.

14.

Был тарих нимә менән
тамамланды?
Чем закончилась эта
история?
Ваҡиғалар менән ошо
китапты уҡығас
танышырһығыҙ.
Об этом вы узнаете, когда
прочитаете эту книгу...

15.

«Еңеүле яҙ» повесы буйынса буктрейлерҙы
әҙерләне:
Хәмит урта мәктәбе китапханасыһы:
Баһаутдинова Гөлнур Хатип ҡыҙы.
Буктрейлер составила:
Библиотекарь МБОУ СОШ с. Хамитово
Багаутдинова Гульнур Хатиповна

16.

Иғтибарығыҙ
өсөн ҙур
рәхмәт!
Спасибо за
внимание!
English     Русский Правила