205.63K
Категория: ЛингвистикаЛингвистика

Тура телмәр. Диалог. Цитата

1.

Мәшһүр ғалим Риза
Фәхретдинов балаларға
ғилемде аңлатып: “Ғилем
күңел күҙен асыр,
наҙанлыҡ ҡараңғылығын
бөтөрөр, оло дәрәжәләргә
тоташтырыр,
дошмандарға ҡаршы
ҡорал булыр, донъя көтөү
юлдарын белдерер”, - тип
яҙған.
Мәшһүр ғалим Риза
Фәхретдинов балаларға
ғилемдең күңел күҙен
асасағын, наҙанлыҡ
ҡараңғылығын бөтөрәсәген,
оло дәрәжәләргә
тоташтырасағын,
дошмандарға ҡаршы ҡорал
буласағын, донъя көтөү
юлдарын белдерәсәген
төшөндөрөп яҙған.

2.

Тема: Тура телмәр. Диалог.
Цитата.
Маҡсат: тура телмәрле һөйләмдәр, диалог, цитата тураһында
үтелгәндәрҙе нығытыу, системаға һалыу; уларҙа тыныш
билдәләре ҡуйылышы үҙенсәлектәре менән танышыу;
уларҙы телмәрҙә ҡулланырға һәм дөрөҫ яҙырға өйрәнеү

3.

Уҡытыусы:
– Дүрт аяҡлы хайуандарҙы кем әйтә?
Фәтих һанап китә:
– Бесәй, эт, һыйыр, ат...
Артта ултырған бер уҡыусы:
– Ике тауыҡ, – тип өҫтәй.

4.

Күренекле тел ғалимы һәм яҙыусы, профессор
Ж. Ғ. Кейекбаев үҙенең бер китабында: “Мәҡәл
һүҙе башҡорт теленә килеп ингәнгә тиклем,
боронғо башҡорт телендә уның мәғәнәһен биргән
төрлө һүҙҙәр (терминдар) ҡулланылған: мәҫәлән,
бабайҙар һүҙе, боронғолар һүҙе, тапҡыр һүҙҙәр
һәм, ахыр сиктә, әйтемдәр”, – тип яҙҙы.
А. М. Горькиҙың раҫлауынса, “һүҙ сәнғәте
боронғо замандарҙа хеҙмәт процесында тыуған...”

5.

График диктант яҙығыҙ.
1.“Ҡурҡма, ҡоҙағый, ҡурҡма. Мин бит көтөүҙән ҡайтҡан кеше
булып киләм. Бында бер кем дә минең тегендә икәнде белмәй”, тине Ҡотлояр.
2.Юлиә: “Ә беҙҙең Айбулат ҡайҙа һуң, күптән бирле хат
алғаным юҡ мин унан?” – тип һораны.
3.Шәмсиә: “Ул өйҙә юҡ. Аръяҡҡа әптиккә дарыу алырға сығып
китте, - тип яуап бирҙе. – Көтөп ултырығыҙ, тиҙ ҡайтыр ул”, тип өҫтәне.
4. “Истебай ағай үҙе бер герой инде ул! – тине Тимербулат. –
Юҡ, мин ҡысҡырманым да, тыныс булдым, ҡыҙыҡ бит әле, бер
юлы илағы ла, көлгө лә, ҡысҡырып ебәрге лә килә....”
(Һ, Дәүләтшина.)

6.

Түбәндәге тура телмәрле һөйләмдәрҙе ситләтелгән
телмәргә әйләндерегеҙ.
1. «Бик күп һөйләй башланың, туҡтап тор булмаһа,
Бәҙәр”, – тине Сәйфуллин. (С,Агиш.)
2. “Бына ниндәй көслө ихтыярлы кеше ул!” – тине
Көнһылыу, үҙ алдына һөйләнгән һымаҡ. (З, Биишева.)
3. Емеш: “Эйе-эйе, донъяла ғәҙеллек, кешелелелек
барлығына тамам ышандым”, – тип һүҙен тамаланы.
4. Уҡытыусы: “Хикәйәне өйҙә уҡып бөтөрөгөҙ һәм
йөкмәткеһен һөйләргә әҙерләнегеҙ”, – тине.
English     Русский Правила