Похожие презентации:
Стратегия развития башкирского народа. Милли уйындар, йолалар, байрамдар (часть 4)
1. “Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы”
Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһыйүнәлеш: һаулыҡ.
Милли уйындар,
йолалар, байрамдар.
Автор:
Шаһиев Фәнүр Фәнит улы,
Башҡортостан,
Учалы районы, Һәйтәк ауылы.
2019 йыл.
2.
Милли уйындар, йолалар, байрамдар.• Һабантуй, Мәргән уҡсы, Йәштәр йыйыны һ.б.
йыл да үткәрелеп килә. Шуларға өҫтәп
яңыларҙы индерергә кәрәк. Милли байрамуйындар йыл буйына дауам итергә тейеш.
• Милли уйындарҙы башҡорт йолалары һәм
байрамдары менән берлектә үткәрергә
отошлораҡ. Милли уйындар төрҙәрен һәм
уларҙың үткәреү графигын төҙөргә.
Классификацияларға. Башҡортостандың төрлө
райондарында этнотуризм өсөн байрамуйындар исемлеген төҙөргә. Байрамуйындарға дөйөм исемдәр бирергә. Китап
сығарырға. Фильм төшөрөргә.
3.
Төп башҡорт уйындары:Ат сабыш, көрәш, уҡ атыш, ҡалаҡтағы
йомортҡа менән йүгереү, көйәнтә менән
һыу ташыу, тоҡ менән йүгереү, тоҡ менән
һуғыш, бағанға менеү, таш ырғытыу,
көршәк ватыу, арҡан тартыш, таяҡ тартыш,
ҡул көрәштереү, ылаҡ, ашыҡ (йәкәл һуғыу),
арҡан ырғытыу һ.б.
4.
I. Байрам- уйындарғадөйөм исемдәр бирергә:
• 1)Йыл миҙгелдәре буйынса дөйөм исемдәр
бирергә (һабантуй, йәйге майҙан, көҙгө
байрам, ҡышҡы ярыш, йыйын һ.б.).
• 2)Ай исемдәре буйынса исемдәр бирергә
(һабанай майҙаны, ҡарасай ярышы,
ҡырпағай йыйыны...).
• 3)Көҙгө һунар- ҡошҡа һунар, уңыш байрамы
һ.б.
5.
I I. Классификация
1)Йыл миҙгелдәре буйынса: ҡышҡы, яҙлы- көҙгә, йәйге
уйындар.
2)Спорт төрҙәре буйынса: Мәҫәлән, уҡ атыш буйынса һыбай
атыш, төҙлөккә, тиҙлеккә, йыраҡлыҡҡа төрлө уйындан
үткәрелә.
-Ат уйындары: ат сабыш, ҡулъяулыҡты ерҙән алыу, һыбай уҡ
атыш, ылаҡ, ҡыҙ ҡыуыу, ат санаһы ярышы.
-Һуғыш уйындары (ҡылыс алыш, уҡ атыш, һөңгө ҡаҙау, бысаҡхәнйәр уйындары, ҡалҡан менән уйындар, сыбыртҡы- ҡамсы
менән уйындар)
-Сослоҡ- етеҙлек уйындары: ҡалаҡтағы йомортҡа менән
йүгереү, көйәнтә менән һыу ташыу, тоҡ менән йүгереү, тоҡ
менән һуғыш, бағанға менеү.
-Көс уйындары: көрәш, таш ырғытыу,.
-Универсаль уйындар.
-Киске уйындар(бүлмә уйындары): йөҙөк һалыу.
6.
• 3)Енес айырмаһы буйынса:• -Егеттәр уйындары: Ат сабыш, көрәш, уҡ
атыш, таш ырғытыу, арҡан ырғытыу.
• -Ҡыҙҙар уйындары: көйәнтә менән һыу
ташыу, тоҡ менән йүгереү, ҡалаҡтағы
йомортҡа менән йүгереү, көршәк ватыу.
• -Балалар уйындары: тоҡ менән һуғыш,
бағанға менеү, таяҡ тартыш, ашыҡ (йәкәл
һуғыу).
• -Команда уйындары: арҡан тартыш.
7.
I I I. Башҡорт байрамдары:йыйын, һабантуй, ҡарғатуй, кәкүк сәйе,
сөмбөлә, нардуған, науруз, боҙ китеү, өмә,
кейеҙ һуғыу, туй һ.б.
• Миҫал: кейеҙ һуғыу йолаһын Әбйәлил
районында үткәрергә. Ваҡыты- август айы.
Кейеҙ һуғыу йолаһын күрһәтергә. Кейеҙ
ҡулланып уйындар уйнатырға. Кейеҙҙән
эшләнгән әйберҙәрҙе һатыу ойошторорға.
Башҡорт аш-һыуын ҡулланырға.
• Милли уйындарҙы башҡорт йолалары һәм
байрамдары менән үткәреү буйынса китап
сығарырға. Ҡулланма итеп Башҡортостан
буйынса таратырға. Фильм төшөрөргә.