Похожие презентации:
Портфолио Янбековой В.А
1.
2.
3.
«Ағинәйҙәр» - «Аманат» клубы ағзаһы,Йәнбәкова Венера Әнүәр ҡыҙына характеристика.
Йәнбәкова Венера Әнүәр ҡыҙы 1948 йылдың 24 апрелендә
Әбйәлил районы Ишберҙе ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә
донъяға килә. Һөнәре буйынса- китапханасы, Өфө китапханасылар
техникумын тамамлаған. Дөйөм эш стажы- 40 йыл. «Хеҙмәт
ветераны» медале менән бүләкләнгән, 1994-се йылдан Сибай
ҡалаһында эшләй һәм йәшәй.
17 йәшенән интернат-мәктәбендә китапхана мөдире булып
эшләй, 2010-сы йылдан - хаҡлы ялда. Шуға ҡарамаҫтан, Венера
Әнүәр ҡыҙы йәмғиәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Ҡалала үткән
барлыҡ сараларҙа актив ҡатнаша: һабантуйҙар, бәйгеләр,
инновацион форумдар; бөтә Рәсәй һәм республика сараларында
башҡорт милли мәҙәниәттен, йолаларын, кейемдәрен, аҙыҡтүлеген, ғөрөф-ғәҙәтен күрһәтеүсе лә ул. Башҡорт халҡының ете
ырыуына хас булған милли кейемдәренең төрҙәрен нигеҙенән
өйрәнә һәм
милли аштарҙың етештереү технологияһын да
үҙләштерә: буҙа, талҡан, ҡорот, ҡыҙыл эремсек. Йәнбәкова В. Ә.
үҙенең белгәндәре менән «Күңел утрауы» клубында
ихлас
уртаҡлаша, милли кейемдең биҙәү элеменнтарын тегеү буйынса
оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Бөтә Рәсәй, республика һәм ҡала кимәлендә үткәрелгән
сараларҙа актив ҡатнашҡаны өсөн бик күп рәхмәт хаттары менән
бүләкләнгән: Сибай ҡалаһы ҡала округы -2020 йыл; мәҙәниәт
бүлеге - 2018, 2019 йылдар; БР сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте
министрлығы – 2014, 2018 йылдар; IV республика "Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе" бәйгеһендә финалист дипломы – 2020 йыл. Шулай
уҡ 2020-се йылда «Аҡ инәйҙәр»- «Аманат» клубы менән берлектә
мәктәптәрҙә, махсус урта белем биреү уҡыу йорттарында, БДУ
Сибай интитутында уҡыусылар, талиптар менән башҡорт милли
мәҙәниәте, әҙәбиәтенә арналған осрашыу кисәләрендә ҡатнаша.
Патриотик тәрбиә биреүҙә әүҙемлеге, йәмғиәт тормошонда милли
традицияларҙы һаҡлау һәм киләсәк быуындарға тапшырыу өсөн
күрһәткән тырышлығы өсөн Йәнбәкова Венера Әнүәр ҡыҙын
республика кимәлендә бүләкләүҙе ҡарауҙы һорайбыҙ.
4.
5.
6.
7.
8.
9.
10.
11.
12.
13.
14.
15.
16.
17.
18.
19.
20.
21.
22.
23.
«Башҡорт балаҫтары»күргәҙмә-конкурсы
24.
«Йөрәктән-йөрәккә»асыҡ-ҡала шиғриәт конкурсы
25.
«Киске Өфө» - яратҡан гәзитебеҙ26.
Ишек алды –гөл-баҡса