7.20M
Категория: СоциологияСоциология
Похожие презентации:

Участница конкурса активных общественных лидеров "Женщина - мать нации" Узянбаева Гузелия Саяровна

1.

Узянбаева Гузелия Саяровна
Номинация
«Женщина-Культура»
«Женщина-Мать»

2.

Мин Үҙәнбаева Гүзәлиә Сәйәр ҡыҙы.1986й 4ноябрендәБашҡортостаныбыҙҙың хозур
тәбиғәтле Учалы районының,Яңы Байрамғол ауылында, ишле ғаиләлә,беренсе бала
булып ошо яҡты донъяға ауаз һалғанмын.
Бейеү төйәгендә үҫкәнгәлерҙә инде,бала саҡтан халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәте күңелемә
бик яҡын булды.Мәктәп йылдарында ла төрлө сараларҙа бейеп үҫтем.7синыфта
уҡығанымда мине «Ләйсән»халыҡ бейеүҙәре ансамбленә саҡырҙылар.Шул ваҡыттан
алып,бөгөнгө көнгә тиклем Республикабыҙҙың данлыҡлы,Рәсәй федерацияһының
атҡаҙанған «Ләйсән»халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләп йөрөйөм.
2004й.Уральск урта белем биреү мәктәбен уҡып бөткәс Халҡыбыҙҙың бейеү сәнғәтен сит
илдәрҙә(Франция,Италия)ансамбль менән күрһәтергә форсат тейҙе.
Ошо уҡ йылды бер шикләнеүһеҙ күңелемә яҡын булған шөғөлөм буйынса Учалы сәнғәт
Училищеһына,бейеү бүлегенә уҡырға индем.
Студент йылдарында ла «Ләйсән»бейеү ансамбле менән икенсегә Италия иленә барып
бейеп ҡайттыҡ.Ғөмүмән алып әйткәндә күп илдәрҙә сығыш яһарға,күрергә тура
килде(Америка,Мексика,Австрия,Польша,Белоруссия,Казахстан)Шулай уҡ Илебеҙҙең
төрлө төбәктәрендә,Республикабыҙҙа йыш ҡына сығыштар яһап торабыҙ.

3.

4.

5.

Йылдан йыл ғаиләбеҙ артҡандан
арта барҙы.Өлкән улыбыҙ
Илгиҙәр әлеге көндә
5синыфта,яҡшы билдәләргә генә
тырышып уҡый.
Яратҡан шөғөлдәре яндан уҡ
атыу,футбол,ҡурайҙа,ҡумыҙҙа
уйнарға ярата,Шулай уҡ
«Ирәмәл»
балалар үҙәгендә бейеү
түңәрәгендә белем ала.

6.

7.

Уртансы улдарыбыҙ Динислам
һәм Нурислам.2синыфта белем
алалар.Уларҙа төрлө
бәйгеләрҙә,сараларҙа ҡатнашып
Маҡтау ҡағыҙҙары,дипломдар
алып беҙҙе ҡыуандырып
торалар.

8.

9.

Ә инде бәләкәс ҡыҙыбыҙ
Йәзиләгә 5 йәш.Ул әле балалар
баҡсаһына йөрөй.Шулай уҡ
бейергә,йырларға,шиғырҙар
ятларға ярата.

10.

Беҙ ғаиләбеҙ менән Республика,район кимәлендә уҙған төрлө
сараларҙа,бәйгеләрҙә ҡатнашырға тырышабыҙ.
Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларҙы,ғөрөф-ғәҙәттәрҙе,халҡыбыҙҙың
байлығы«Тыуған телебеҙҙе»,йыр-моңдарыбыҙҙы,бейеүебеҙҙе йәш быуынға
тапшырып,уларҙа Алла бирһә дауам итеүҙәрен теләйбеҙ.
Бар донъябыҙ имен булһын
Балалар һау булһындар,
Тик бәхеткә генә төрөнөшөп
Йәшәйексе ҡәҙерле дуҫтар.
English     Русский Правила