246.91K
Категория: БиографииБиографии

Кәрим Мостай

1.

Кәрим Мостай
(псевдоним; ысын исеме
Мостафа Сафич Кәримов)

2.

• 1919 йылдың 20 октябрендә
Башҡортостандың хәҙерге Шишмә
районының Келәш ауылында тыуған.
• 1941 йылда Башҡорт дәүләт
педагогия институтының тел һәм
әҙәбиәт факультетын тамамлай.

3.

Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышының
беренсе көндәренән алып еңеүгә тиклем
һуғышта була – бәйләнеш начальнигы,
дивизия артиллерияһы штабы
начальнигы булып хеҙмәт итә. Ҡаты
яралана, һауығыу менән һуғыш
гәзиттәренең хәбәрсеһе булып эшләй.
Һуғыштан һуң тулыһынса ижади һәм
йәмәғәт эшмәкәрлегенә бирелә.

4.

• Мостай Кәрим 30-сы йылдар уртаһында
яҙа башлай. 1938 йылда уның «Отряд
ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғырҙар
китабы, ә 1941 йылда икенсе «Яҙғы
тауыштар» китабы донъя күрә. Ул 100ҙән артыҡ шиғри һәм проза
йыйынтыҡтары, 10-дан артыҡ
драматик әҫәрҙәр баҫтырған.

5.

Билдәле әҫәрҙәре: шиғырҙар
һәм поэмалар йыйынтыҡтары
«Ҡара һыуҙар», «Ҡайтыу»,
«Европа-Азия», «Ваҡыттар»,
пьесалары «Айгөл иле», «Ҡыҙ
урлау», «Ай тотолған төндә»,
«Салауат. Өн аралаш ете төш»,
«Ташлама утты, Прометей!»,
повестары «Беҙҙең өйҙөң йәме»,
«Бәләкәй таған», «Ярлыҡау»,
«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ».

6.

Мостай Кәримдең әсәрҙәре Рәсәйҙең
һәм башҡа илдәрҙең унлаған
телдәренә тәржемә ителгән.
Ул – билдәле юлдар авторы:
Рус түгелмен, ләкин россиян мин,
Россияның һыуын эскәнмен,
Сағылдарҙа имән нисек үҫһә,
Рус ерендә шулай үҫкәнмен.

7.

• 1967 йылда «Ай тотолған төндә» пьесаһы өсөн
уға К.С. Станиславский исемендәге РСФСР
премияһы, ошо уҡ йылда «Һайланма
әҫәрҙәр»ҙең беренсе томы өсөн Салауат Юлаев
исемендәге БАССР-ҙың Республика премияһы
бирелә.
• 1972 йылда «Йылдар артынан» китабы өсөн
СССР-ҙың Дәүләт премияһы бирелә.
• 1978 йылда Мостай Кәрим «Хәбәр көтәм»
китабы өсөн Г.-Х. Андерсен исемендәге халыҡара жюриҙың Почетлы дипломы менән
бүләкләнә.

8.

Мостай Кәрим 2005-се йылдың 21
сентябрендә Башҡортостандың
бөйөк шағиры Өфө ҡалаһының
Мосолмандар зыяратында
ерләнгән

9.

Долгая жизнь и короткая старость...
Думалось, этого хватит вполне.
…Ведать не ведю, сколько осталось –
Дольше, чем нужно, не надобно мне.
Мера важна. И бессмыслен избыток,
Коль через край наливаешь вино:
В землю уйдёт он, желанный напиток,
В землю уйдёт, пропадёт всё равно...
English     Русский Правила