МљќљлдљрЎеҐ дауамын тап:
Мљќљлдљр
Мљќљлдљр
Эйљрсљн ўњйлљмде баш ўњйлљмгљ бљйлљЈсе саралар.Тыныш билдљлљре
1-се эш
2-се эш
Алдынћы игенселљр
3-сњ эш
1.91M

Эйәртеүле Ҡуш Һөй

1.

2.

3.

4.

5.

6.

ИКМӘК
БУЛҺА
ТАБЫНДА,
СӘЙ
ТӘМЛЕРӘК
ТАҒЫН ДА!

7. МљќљлдљрЎеҐ дауамын тап:

Мәҡәлдәрҙең дауамын тап:
1. Икмәк булһа
1. шуның ашы бар.
2. Тир тамған
2. ул һине туйҙырырға иренмәҫ
3.Ерҙе эшкәртергә иренмәһәң
3. ер уңдырышлы була.
4.Хеҙмәте барҙың
4. байлыҡ килә.
5.Ергә эйелһәң
5. йыр ҙа булыр.
6.Кемдең эше бар
6. хөрмәте бар.

8. Мљќљлдљр

Мәҡәлдәр
Икмәк булһа йыр ҙа булыр.
Тир тамған ер уңдырышлы була.
Кемдең эше бар шуның ашы бар.
Хеҙмәте барҙың хөрмәте бар.
Ергә эйелһәң байлыҡ килә.
Ерҙе эшкәртергә иренмәһәң ул һине туйҙырырға
иренмәҫ.

9. Мљќљлдљр

Мәҡәлдәр
1. Икмәк булһа, йыр ҙа булыр.
2.Тир тамған ер уңдырышлы була.
3.Кемдең эше бар, шуның ашы бар.
4.Хеҙмәте барҙың хөрмәте бар.
5.Ергә эйелһәң, байлыҡ килә.
6.Ерҙе эшкәртергә иренмәһәң, ул һине туйҙырырға
иренмәҫ.

10.

ЭЙӘРТЕҮЛЕ ҠУШМА ҺӨЙЛӘМДӘР
БАШ ҺӘМ ЭЙӘРСӘН ҺӨЙЛӘМ
Береһе икенсеһенә буйһоноп, үҙ-ара эйәреү
юлы менән бәйләнеп килгән һөйләм
эйәртеүле ҡушма һөйләм тип атала.
Эйәртеп килгәне баш һөйләм, эйәреп
килгәне эйәрсән һөйләм була.

11.

Әсәй, мине таңдан уят әле, дала
өҫтөн томан алғанда.

12.

Әсәй, мине таңдан уят әле,/ дала
өҫтөн томан алғанда.

13.

Үҙем генә беләм: юлдар бикле
Уҙғандарға кире -ҡайтырға.
(Р. Бикбаев.)

14.

1. Беҙ һуғыштан сыҡҡанда,
Алдан сыҡты даныбыҙ. (Халыҡ йырынан.)
2. Нимә ҡәҙерле, шуны баһаларға кәрәк.
3. Ғабдулла киткәндән һуң, малайҙар
балыҡҡа төшмәне. (М. Кәрим.)
4. Гөлйөҙөм таң яҡтыһының аҡһыл
шәүләләре өй эсенә һуҙылғас ҡына йоҡлап
китте. (К. Дәүләтшина.)
5. Беҙҙең отрядҡа шундай бурыс
йөкмәтелде: көн һайын алмашлап урманға
барып, ҡоштарҙы ашатырға кәрәк.

15.

16.

Эйәртеүле ҡушма hөйләмдәрҙе синтаксик тикшереү өлгөhө
Тикшереү тәртибе.
1. Ниндәй hөйләм икәнен әйтергә.
2. Баш hөйләм менән эйәрсән hөйләм төpҙәpeн күphәтeү.
3. Эйәрсән hөйләм төрөн билдәләү.
4. Эйәрсән hөйләм баш hөйләмгә нисек, нимә ярҙамында
бәйләнгән?
5. Тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлатыу.
6. Баш hөйләмдең hәм эйәрсән hөйләмдең hөйләм киҫәктәрен
күphәтeү.
Өлгө. Телдән тuкшереү. Салауат та батыр йырлағанда, уң ҡулында
булыр ҡурайы. (Халыҡ йырынан.)
Эйәртеүле ҡушма hөйләм, баш hөйләм – уң ҡулында булыр
ҡурайы, эйәрсән hөйләм - Салауат та батыр йырлағанда.
Ваҡыт эйәрсән hөйләме. Эйәрсән ваҡыт hөйләме баш hөйләмгә
урын-ваҡыт килеш ялғауы ярҙамында бәйләнеп килгән hәм ҡасан
hорауына яуап була. Баш hөйләм менән ваҡыт hөйләм араhында
өтөр ҡуйыла. Баш hөйләмдә ҡурайы – эйә, булыр – хәбәре,
ҡулында - тултырыусы, уң - аныҡлаусы; ваҡыт эйәрсән
hөйләмендә Салауат та батыр – эйә, йырлағанда – хәбәре.
Яҙып тuкшереү. Салауат та батыр йырлағанда, уң ҡулында булыр
ҡурайы. ҡасан? ( ), [ ].

17.

Миҫалдар
Бәйләү
сараһы
1
Икмәк өсөн көрәш барғанда ,бер кем дә
ситтә ҡалмай.
Килеш ялғауы
2
Баҫыуҙарҙа иген йыйылып бөткәндән һуң
игенсе еңел һулап ҡуя.
Килеш ялғауы, һуң
бәйләүесе
3
Бураң тулы булһа күңелең тыныс булыр.
4
Кем эшләмәй шул ашамай.
5
Йылы ямғыр уҙғас игендәр дәррәү
күтәрелде.
6
Ысыҡ кибеү менән комбайндар баҫыуға
сыҡты.
7
Күренеп тора уңған халыҡ йәшәй еремдә.
8
Эше ниндәй ашы шундай.
9
Әсәйем һалған икмәк тәме һис тә онотолмай.
Тыныш
билдәләре
өтөр

18. Эйљрсљн ўњйлљмде баш ўњйлљмгљ бљйлљЈсе саралар.Тыныш билдљлљре

Эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар.Тыныш билдәләре
Миҫалдар
Бәйләү
сараһы
Тыныш
билдәләре
1
Икмәк өсөн көрәш барғанда ,бер кем дә
ситтә ҡалмай.
Килеш ялғауы
өтөр
2
Баҫыуҙарҙа иген йыйылып бөткәндән
һуң ,игенсе еңел һулап ҡуя.
Килеш ялғауы, һуң
бәйләүесе
өтөр
3
Бураң тулы булһа, күңелең тыныс булыр.
ШАРТ ҠЫЛЫМ
өтөр
ЯЛҒАУЫ
4
Кем эшләмәй,шул ашамай.
Мөнәсәбәт һүҙ
өтөр
5
Йылы ямғыр уҙғас, игендәр дәррәү
күтәрелде.
Хәл ҡылым ялғауы
өтөр
6
Ысыҡ кибеү менән, комбайндар баҫыуға
сыҡты.
бәйләүес
өтөр
7
Күренеп тора: уңған халыҡ йәшәй еремдә.
интонация
Ике нөктә
8
Эше ниндәй - ашы шундай.
Мөнәсәбәт һүҙ
һыҙыҡ
9
Әсәйем һалған икмәк тәме һис тә онотолмай.
Сифат ҡылым
ялғауы
Тыныш билдәһе
ҡуйылмай

19. 1-се эш

« Шулай ҙа яҙ яҙ инде.Ауылда ғәҙәти булмаған йәнлелек
һиҙелгәс,Миҙхәт менән Мотаһар ҙа өйҙә ятып түҙә
алманы.Әсәләре тыйып китһә лә, тупһаға сығып
ултырҙылар.Ә бер аҙҙан ҡыйыулыҡ итеп епшек ҡарға
баҫтылар.Талды ат итеп ялан аяҡ әле был яҡҡа, әле теге
яҡҡа саптылар.» ( Ф.Аҡбулатова . « Атай икмәге»)
Текстан эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙе яҙып алығыҙ,
бәйләнеү сараларын күрһәтегеҙ.

20. 2-се эш

Ғүмер баҡый беҙҙә шулай килгән
Һуң ятҡандар иртә торғандар.
Йәйге ҡояш башын ҡалҡытҡансы
Инде бер тын ураҡ урғандар.
Бабай әйтә кешеләрҙең бәхете
Ҡояш менән бергә сыға, ти.
Ҡояш сыҡҡан мәлде күрмәүселәр
Бәхетһеҙҙәр ана шуға, ти. (Ә.Атнабаев)

21. Алдынћы игенселљр

Мәҡсүтов Фәнисигенселәр
- алдынғы механизатор,ВДНХ-ның
Алдынғы
бронза миҙалы,Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены
кавалеры.
Йәнбәков Барый- «Башҡортостандың атҡаҙанған
механизаторы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Дәүләтшин Камил-алдынғы комбайнер, «социалистик
ярыш ударнигы» (1976, 1980 йылдар)
Йомағужин Рәшит Сабир улы- 1965 -1980 йылдарҙа
«Победа» колхозы рәйесе.

22. 3-сњ эш

3-сө эш
...Вәлетдин ҡыҙыл сепрәк өҫтөнә ете киҫәк икмәкте теҙеп ҡуйҙы.Етебеҙгә лә
өлөш сыҡты.Әммә ғәҙел үк булманы.Иң ҙур киҫәк миңә,иң бәләкәйе
башлыҡҡа эләкте.Шулай ҙа теге сер бирмәне.Тик мин һиҙеп торам:был икмәк
минең эсемә аш булып бармаясаҡ.Дөрөҫ килеп сыҡманы.Шәһиҙулла минән
биш йәшкә өлкән.Дәү кешегә өлөштөң дә ҙурырағы булырға
тейеш.Алмашырға кәрәк...Шулай тип уйлап торғанда,теге үҙ киҫәген умырып
тешләп алды...Өс-дүрт ҡабымлыҡ икмәгем ҡалғас,уны Шәһиҙуллаға һондом:
-Мә,ағай,ашап бөтөр.
-Үҙең аша.
-Мин туйҙым инде,валлаһи.
-Ант итмә.Бирһәң,былай ғына бир.
Ҡорһаҡҡа аҙыҡ ингәс,аяҡҡа ҡеүәт ҡайтты.Мин йыш ҡына шундай уйға
ҡалам:йоҙроҡ саҡлы ғына икмәк киҫәгендә купме тылсым бар.Асыҡҡанда
шуны ашаһаң,донъя йәмләнә лә китә.Бына әле лә...Эргәлә генә бер ҡош
һайрап ебәрҙе, бойҙай өҫтөнән шашып ел йүгереп үтте.Ҡояш та ул тиклем өтөп
бармай хәҙер.Бөтәһе лә ана шул бер һыныҡ икмәктән». ( М.Кәрим « Оҙон-оҙаҡ
бала саҡ»).
English     Русский Правила