169.65K
Категория: ЛингвистикаЛингвистика

Һайланма диктант. «Ҡушма һөйләм» темаһы буйынса зачет

1.

ҺАЙЛАНМА ДИКТАНТ.
«Ҡушма һөйләм» темаһы
буйынса зачет

2.

Зөлхизә йыш ҡына шундай уйға килә әгәр
ҙә бала сағында әсәләре,кәрәктәрен
биреп,эшкә өйрәтмәгән булһа, ошо саҡлы
ауырлыҡҡа түҙер инеме икән ул? Һаҙҙа
утын да киҫте Зөлхизә, төндәрен уны
елкәһенә һалып ташыны,бесән дә сапты,
мал да баҡты. Бына ҡасан кәрәк булған уға
ныҡыш хеҙмәт һабаҡтары!

3.

Ә институтты бөткәс, Башҡортостанға
ҡайтыу өсөн әҙме көс түкте улар. Барыбер
уйлағаны тормошҡа ашты ирле-ҡатынлы
Ҡолбәйетовтар Учалы музыка
училищеһында яңы асылған башҡорт
фольклоры бүлегенә хореограф булып
эшкә килде.(Т. Ғарипова.)

4.

Эйе, таланттың йәшенә ҡарамай, уға баш
эйергә кәрәк беҙгә милли именлек өсөн
был бик мөһим. Талантлыраҡ кеше һине
уҙып барғанда, уға аяҡ салырға түгел, ә аҡ
теләктәр менән юл бирергә кәрәк. (Ә.
Сәсәниә.)

5.

ЯТТАН ЯҘЫУ.
Алтындарға ла күммәмен,
Көмөштәргә лә күммәм.
Көтмә минән, һауаларҙан
Йондоҙ ҙа алып бирмәм.
Алтын һары, һарғайырһың,
Көмөш сәсеңә ҡуныр.

6.

Ә йондоҙҙар таңда һүнә,
Һиңә яманһыу булыр.
Йөрәгемде бирер инем,
(Бар ундай теләгем дә) –
Инде бына нисәмә йыл
Һин үҙең йөрәгемдә.

7.

1ВАРИАНТ
• 1. Һин килгәс, тел сиселде лә китте.
• 2. Декабрь булыуға ҡарамаҫтан, бөгөн көн йылы,
ҡояшлы, айырыуса матур.
• 3. Ишембай, Салауат ҡалаһы урынлашҡан был
ерҙәр бынан бер нисә тиҫтә йылдар элек кенә ярым
ҡырағай хәлдәге туғай ине.

8.

2 ВАРИАНТ
• 1. Түҙемһеҙләнеп торған арғымаҡтар, команда булыу
менән дошманға ябырылды.
• 2. Кис булдымы – бөтә тирә-яҡты шомло тынлыҡ,
ҡараңғылыҡ солғап ала.
• 3. Йөрәгенең ошо ҡабатланмаҫ утын кем дөрөҫ юлға,
дөрөҫ маҡсатҡа йүнәлтһә, шул ысын бәхетле булып,
ғүмер буйы йәш, көслө булыр.
English     Русский Правила