1.20M
Категория: ИсторияИстория

Һаумы, ҡояш!

1.

Һаумы, ҡояш!
Һаумы, дуҫым!
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
Мин сәләмәт, мин матур,
Салауат кеүек батыр,
Яйлап ултырам хәҙер,
Дәрес тыңларға әҙер.

2.

3.

Ир-егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн
үлә» Ҡадир Даяндың
“Шайморатов генерал” шиғыры
«»» м

4.

Ҡадир Хәким улы Даянов 1910
йылдың 14 февралендә Силәбе
өлкәһенең хәҙерге Ҡоншаҡ районы
Ҡоншаҡ ауылында крәҫтиән
ғаиләһендә тыуа.
Ҡадир Даян поэзияһының төп
стихияһы — йырҙа. Ҡадир
Даяндың шиғырҙары тыуған еренән
һут алып ижад ителгән. Шуға ла был
шиғырҙар көйләп әйтелгән кеүек,
үҙенән-үҙе моң һорай. Бик күп
композиторҙар уның шиғырҙарына
көй яҙғандар. Ҡадир Даян
фронтовик шағир, ул үҙ теләге
менән Бөйөк Ватан һуғышына китә
һәм данлы Башҡорт атлы
дивизияһында, яу юлын үтергә тура
килә.

5.

Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы
Башҡортостанда төҙөлә, ундағы һуғышсылар
үҙ аттары менән һуғышҡа инеп китәләр. Был
дивизияның командиры генерал Миңлеғәли
Шайморатов була.Уның етәкселегендә хәрби
әҙерлек үткән Башҡорт кавалерия дивизияһы
Бөйөк Ватан һуғышында тиңһеҙ батырлыҡ
өлгөләре күрһәтә.
Дивизия Сталинград фронтында
танкылар, самолеттар менән ҡоралланған
фашист ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышып,
тиҫтәләрсә ауыл-ҡалаларҙы азат итә. 1943
йылдың 23 февралендә дошман тылына
үткәрелгән рейдта халыҡ геройы ил азатлығы
хаҡына яу ҡырында батырҙарса һәләк була.
Генерал Шайморатовтың иҫ киткес
батырлығына арнап, Ҡадир Даян
«Шайморатов генерал» тигән шиғырын ижад
итә.

6.

7.

8.

9.

I төркөм- шиғырҙы тасуири уҡый.
II төркөм- шиғырҙан һүрәтләү
сараларын таба.
III төркөм- кем ул батыр?
Шайморатов генерал батыр була
аламы? Һорауына яуап бирә.
IV төркөм- мәҡәлдәр менән эшләй.

10.

Заһир Исмәғилев 1917 йылдың 8
ғинуарында Ырымбур
губернаһы Верхнеурал өйәҙе Үрге
Сермән ауылында тыуған.
2003 йылдың 30 майында Өфө
ҡалаһында вафат була, Өфө
мосолман зыяратында ерләнә.

11.

1. Кем ул Шайморатов генерал?
А. уҡытыусы
Б. шағир
В. 112-се Башҡорт атлы дивизияһының командиры
2. Ни өсөн Ҡ.Даян Шайморатов генерал тураһында шиғыр яҙған?
А. күршеһенә арнап
Б. батырлығына арнап
В. дуҫына арнап
3. «Шайморатов генерал” йырына кем көй яҙған?
А. Ғәзиз Әлмөхәмәтов
Б. Заһир Исмәғилев
В. Салауат Низаметдинов
4. Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, Шайморатов генералға нимә асыласаҡ?
А. Өфөлә һәйкәл.
Б. Герой исеме биреләсәк
В. Өфө мәктәптәренең береһенә уның исеме биреләсәк
5. Еңеүҙең быйыл нисә йыллығы?
А. 75 йыллығы
Б. 74 йыллығы
В. 76 йыллығы
6. Башҡорттарҙы һуғышҡа нимә оҙатып ҡалған?
А. күк Урал
Б. әсәһе
В. Ағиҙел йылғаһы

12.

Өйгә эш.
1. «Башҡорттар» тигән темаға шиғыр яҙырға.
2. Шиғырҙы тасуири уҡырға,һорауҙар әҙерләргә.
3. Кроссворд эшләргә,уртала Шайморатов һүҙе
килеп сыҡһын.
English     Русский Правила