Похожие презентации:
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Йылҡыбаева Гөлсөм Урал ҡыҙы
1.
Белорет районы Шаһи Ямалетдинов исемендәге Шығай уртадөйөм белем биреү мәктәбе
Проект эше
«Батырлыҡ мәңге хәтерҙә»
• Төҙөүсеһе һәм алып барыусыһы: башҡорт
теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Йылҡыбаева
Гөлсөм Урал ҡыҙы.
• 2020
2.
Маҡсат:1) Башҡортостан Хөкүмәте Башлығы бойороғон
тормошҡа ашырыу, Белорет районы Шығай урта дөйөм
белем биреү мәктәбенә Советтар Союзы Геройы Шаһи
Ямалетдин улы Ямалетдинов исеме биреү.
2)Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район
- ҡала семинарын ойоштороу, алып барыу.
3)Уҡыусыларҙа патриотик рух тәрбиәләү.
3.
Кем ул Шаһи Ямалетдинов?Ш. Я. Ямалетдинов 1914 йылдың 20 апрелендә Белорет районы Шығай
ауылында тыуған. 1930 й Сермән урта мәктәбен тамамлай. Артабан Шығай
ауылы Советында секретарь булып эшләй.1936 й хәрби хеҙмәткә алына һәм
ике йылдан һуң хәрби бурысын үтәп ҡайта. 1941й октябрендә һуғышҡа
алына.Сталинград һәм ll Украина фронтында полк командиры була, ике
тапҡыр яралана. Түбәндәге яҙма уның батырлығы тураһында бара:
«... Чехословакияның Брно ҡалаһының көньяҡ –көнбайыш йүнәлешендә
барған һуғыштарҙа иптәш Ямалетдинов ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ
күрһәтте. Брно ҡалаһына рейдта уның танкыһы баш дозорҙа хәрәкәт итте.
Туҡтауһыҙ күҙәтеп, рельефтарҙы дөрөҫ файҙаланып, дөрөҫ һәм сая
хәрәкәттәре менән экипажы батальон өсөн юл ярҙы.Попувки ауылы янында
дошман ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтте. Дөрөҫ маневр яһап, орудие командиры
Ямалетдинов өс пушканы юҡ итте. Яңғыҙ танкының был һөжүменән дошман
сигенергә мәжбүр булды.
Һөжүм ваҡытында автоматсылар утынан командир Сидоренко һәләк була
һәм Ямалетдинов танк менән командалыҡты үҙ өҫтөнә ала. Веселки ауылына
яҡынайған һайын, дошман ҡаршылығы тағы ла
арта.
4.
Бигерәк тә, подвалдарҙа, канауҙарҙа, өй баштарында нығынған ФАУ –снарядлы танк истребителдәре активлаша һәм алға барыуҙы
ауырлаштыра. Ҙур тиҙлектә, бер туҡтауһыҙ ут яуҙырып, Ямалетдинов
ундан ашыу ФАУ -снарядлыларҙы юҡ итә. Дошман “Т- 34”юлына танк
һәм артиллерия ҡуя. Ямалетдинов һаны буйынса күпкә артыҡ булған
дошман менән тиңһеҙ алыш башлай. Бик ҡыҫҡа һәм ҡаты һуғышта
фашистарҙың тағы өс танкы юҡ ителә. Экипаж уңдан урап дошман
тылына сыға һәм немецтар иҫенә килгәнсе, ут яуҙырып, танк менән биш
пушканы иҙә. Бындай саялыҡты көтмәгән дошман сигенергә мәжбүр була.
Ошо 4 -5 сәғәт барған ҡаты алышта иптәш Ямалетдинов үҙенең экипажы
менән 5 танк, 8 пушка, 3 бронетранспортер һәм 30 –ҙан ашыу һалдат һәм
офицерҙы юҡ итеп, батальон алдында ҡуйылған хәрби бурысты уңышлы
үтәргә булышлыҡ итте. Дошман артабан ҡаршылыҡ күрһәтә алманы.
Ямалетдинов Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡлы.
2 –се танк батальоны командиры Сучков –Кондратов. 7 май 1945 йыл.»
Юғары исем Шаһи Ямалетдиновҡа 1945 йылдың 15 майында бирелә.
Ленин ордены һәм Алтын Йондоҙ миҙалы менән бүләкләнә .
5.
Брно ҡалаһыянындағы алыш.
Герой исеме биреү
6.
Ш.Ямалетдиновтыңбирсәткә һәм
галифе салбары
Профсоюз билеты
7.
Шығай ауылындағы ҡәберлеге.1968 йылда вафат була8.
Белорет ҡалаһындабюст
Герой призына еңел
атлетика буйынса ярыш
Уҡыған мәктәбенә таҡтаташ асылды (1990 й башлап үткәрелә)
9.
10.
Район - ҡала семинарын үткәреү11.
Семинарҙы асыу тантанаһы12.
Тасуири һөйләү конкурсы13.
Проект эшен яҡлауСермән мәктәбе
Шығай мәктәбе
Исмаҡай мәктәбе
14.
Проект эшен яҡлауҮткәл мәктәбе
Мәхмүт мәктәбе
Белорет ҡалаһы
лицей - интернаты
15.
Ҡыҙыу эш бара.16.
Мәктәп музейына сәйәхәт17.
Һүрәттәр конкурсы18.
Йомғаҡлау тантанаһы19.
Еңеүселәргә музыкаль бүләк20.
Еңеүселәрҙе ҡотлау21.
Шатлыҡлы мәлдәр22.
«Урал» гәзите, №24, 2020 йылhttps://vk.com/wall-183139471_2637
«Йәшлек» гәзите
№12, 2020 йыл
23.
Исемле маҡтау ҡағыҙҙары24.
Иғтибарығыҙ өсөнҙур рәхмәт!