206.20K
Категория: ЛитератураЛитература

Минең осталыҡ дәресем Акростих алымы

1.

Минең осталыҡ дәресем
Акростих алымы.
Сәләхова Миләүшә
Мөсәйәф ҡыҙы

2.

Оҫталыҡ дәресемдең
маҡсаты
1.ижади процесс ярҙамында уйлау һәләтен, хәтерҙе, телмәрҙе
үҫтереү;
2.шәхестең донъяға ҡараш даирәһен киңәйтеү;
3.булған комплекстарҙан ҡотолдороу,
4.хис- тойғоно байытыу, матурлыҡты күрә белергә өйрәтеү
5.коммуникатив уҡыу эшмәкәрлеген булдырыу

3.

Һөйлә –онотормоң
Күрһәт –өйрәнермең
Ҡыҙыҡһындыр –иҫтә
ҡалдырырмың
Ҡытай халыҡ мәҡәле

4.

Асҡыс –акростих
Беренсе хәрефтәр йәшеренә

5.

Уҡымышлы
Ҡәнәғәтһең
Ысын кеше
Тоғро
Ышаныслы
Уй
Серҙәш
Ылаҡ

6.

У Уҡымышлы,ихлас күңелең бай
Ҡ Ҡәнәғәтһең эшең –тормоштан
Ы Ысын кеше :изге ,намыҫлыһың
Т Тоғро дуҫ һин ,тырыш ныҡышмаҡ
Ы Ышаныслы иптәш ,кәңәшсе һин
У Уй хыялың тәрән диңгеҙҙән
С Серҙәш наҙлы ,кәрәк саҡта сәмле
Ы Ылаҡ кеүек саҡлы сая һәм эшсән.

7.

Тәбиғәт
Әбейҙәр сыуағы
Бәрәкәтле
Инде
Ғәмһеҙ
Әрәм
Тағы

8.

Тәбиғәттең хозур мәле Әбейҙәрҙең сыуағы
Бәрәкәтле был осорҙа
Инде яңынан тыуаһы?
Ғәмһеҙ булма тәбиғәткә,
Әрәм булмаһын ғүмер.
Тағы ҡасан һоҡланырбыҙ Шатлыҡлы хистәр кисер.

9.

Акростихбағышлау,
адресат.

10.

Рәхәтләнеп ,әй кинәнеп көлөп
Әсәм телкәйедә һөйләшәм
Милләтемә ,ҡушылып ,бер үк сафта
Ирек йырын уға көйләшәм
Ғәжәп түгел башҡорт башҡорт менән
Аралаша туған телендә
Рәми һүҙе ҡайтауаздар булып
Иркен яңғырай Тыуған илендә
Паҡлығылай ҡышҡы саф ҡарҙарҙың
Онотолмаҫ шағир һүҙҙәре
Васыяты булып яңғырарҙар.

11.

Акропалиндром

12.

Батырҙар беҙҙең ҡайҙа?
Баҡалыла
Ағиҙелдә
Туймазыла
Ыҡ буйында
Рухлы
Ҙур
Азат
Республикамда

13.

Уның традицион юлы
Темаға һүҙ,һүҙбәйләнеш яҙыу.
Һүҙлек эше.
Мәғнәүи яҡтан бәйләнеш
булдырырға.
Шиғри юлдарға һалыу.

14.

К күңелле ,кешелекле,киләсәк,киң,көлкөлө,
көләмәс,көн һайын , көслө,күстәнәс,кәйеф.
И иғлан ,иғтибар,ижади,изге,иртәнсәк,ихлас,
ихтирам.
Т табиб ,табыныу,табыш ,таҙалыҡ, телмәр,
тоғро,тормош,туған,тура.
А абруй,ағай,апай,ағартыу,аҙыҡ,аҙым,
азатлыҡ, аҡыл,алға,алсаҡ.
П парта,пәйғәмбәр,паҡ.

15.

Ҡөн һайын күрәһең уны
Иртәнсәк тә,кисен дә
Табыныу ғына аҙ уға
Аҡыл унда ,белем дә
Паҡланыр күңелеңдә

16.

Ижади хыялға бөтә кеше лә эйә
Акростих
яҙ

17.

М
И
Л
Ә
Ү
Ш
Ә
матур ,гүҙәл ҡатын ҡыҙ ул
ихтирамлы ,итәғатле
лайыҡлы , уҡытыусы ла
әҙәпле һәм ярҙамсыл да
үтә тыныс ,һиҙгер дуҫ та
шәфҡәтле ,наҙлы
әсәй ҙә ул.

18.

Ҙур рәхмәт!
English     Русский Правила