Мөхәммәтсәлим Ишмөхәммәт улы Өмөтбаев, 1841—1907
Аҙаҡ волость сәркәтибе, старшина вазифаларын башҡара, мөғәллимлек итә һәм, Өфөгә күскәс, Диниә назаратында, округ судында
4.79M
Категория: БиографииБиографии

Мөхәммәтсәлим Ишмөхәммәт улы Өмөтбаев, 1841—1907

1. Мөхәммәтсәлим Ишмөхәммәт улы Өмөтбаев, 1841—1907

2.

Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев
1841 йылдың 21 авгусында (2
сентябрендә) Ырымбур губернаһы Өфө
өйәҙе Йомран-Табын волосының (хәҙер
Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы)
Йомран-Ибраһим ауылында тыуып үҫә.

3.

4.

Ауылындағы мәҙрәсәне тамамлағас,
1852 — 1860 йылдарҙа Ырымбурҙағы
Неплюев исемендәге кадетлыҡ
корпусында уҡый..

5. Аҙаҡ волость сәркәтибе, старшина вазифаларын башҡара, мөғәллимлек итә һәм, Өфөгә күскәс, Диниә назаратында, округ судында

6.

М. Өмөтбаевтың ижади мираҫы йөкмәткеһе менән
ғәжәп бай һәм күп яҡлы. Уның ярайһы ғына өлөшөн
ғилми хеҙмәттәр тәшкил итә. Уларҙың бер ни
тиклеме айырым китап рәүешендә (“Иман
шарттары. Башында уҡыуҙы тиҙерәк белмәктең
ҡағиҙәләре менән”. Ҡазан, 1897; “Татар нәхүһенең
мохтасары” — “Татар теленең ҡыҫҡаса
синтаксисы”. Ҡазан, 1901; “Оренбург духовное
собрание мәхкәмәһенең йөҙ йыллығы...”, Өфө, 1903,
урыҫ телендә лә сыҡҡан) һәм әҙиптең төп йыйынтығы
“Йәдкәр”ҙә (“Иҫтәлек”. Ҡазан, 1897) донъя күрһә,
күбеһе баҫылмайынса ҡала (“Фарсыса-русса
һүҙлек”; “Фарсыса-татарса-русса һүҙлек”; “Фарсы
нәхүһе” — “Фарсы теленең синтаксисы”;
“Йыһаннама” — “География китабы”;
“Башҡорттар”; “Өфөнөң тарихына ҡағылышлы
материалдар”; “Башҡорт ырыуы Йомран Табын”
һ.б.).

7.

Туған халҡының тарихын, рухи
байлығын өйрәнеү буйынса шаҡтай
эшсәнлек күрһәткән өсөн М.Өмөтбаев
1883 й. Урыҫ география йәмғиәтенең
Ырымбур бүлегенә ағза итеп һайлана.

8.

XX быуатҡа ингәндә Мөхәмәтсәлим
Өмөтбаев шағир, публицист һәм
тәржемәсе булараҡ та киң таныла.

9.

М. Өмөтбаев үҙен беренсе сиратта
шағир-тарихсы, шағир-мәғрифәтсе
итеп күрһәтә. Шуға ла уның күпселек
шиғырҙары (“Үткән ғүмер — ҡалған
хәтер”, “Үткән заманда башҡорт
ҡыҙҙарының оҙатылыуы”, “Урмансы”
һ.б.) уҡыусыла образлы уй, эстетик
зауыҡ тыуҙырыуҙан бигерәк, уға белем,
төрлө мәғлүмәт биреү хеҙмәтен үтәй.

10.

11.

Публицистика өлкәһендә лә М. Өмөтбаев
үҙен туған халҡының тормошо һәм яҙмышы
менән ысынлап ҡыҙыҡһынған патриот
яҙыусы итеп күрһәтә. Үҙенең “Йәмғиәт
тәртиптәре”, “Халыҡ байыймы әллә
ярлыланамы?”, “Россиялағы “Первое
товарищество” циркында”, “Халыҡ
мәғарифын юлға һалырға” кеүек
мәҡәләләрендә автор ҡыйыу рәүештә батша
колонизаторҙарының, реакцион
матбуғаттың һәм фәндең “башҡорттар
тәбиғәте менән ялҡау һәм аҡыл эшенә
һәләтһеҙ” тигән уйҙырмаларын, царизмдың
бәләкәй халыҡтарҙы йәберләү, уларҙы бербереһенә ҡаршы ҡуйыу сәйәсәтен
фашлай.

12.

13.

Үҙенең күп яҡлы ижади эшмәкәрлеге
менән М. Өмөтбаев Башҡортостанда
ижтимағи аңдың, фәнни фекерҙең һәм
әҙәбиәттең үҫешенә тос өлөш индерҙе.
English     Русский Правила