5.11M

Әхмәт Фәтҡулла улы Лотфуллин (1928-2007)

1.

Әхмәт Фәтҡулла улы
ЛОТФУЛЛИН
(1928-2007)
Тормошо һәм ижады

2.

“Минең өсөн тыуған
еремдән һәм тыуған
халҡымдан да ҡәҙерлерәк
һәм яҡыныраҡ нәмә юҡ”
Әхмәт Лотфуллин.

3.

Билдәле башҡорт рәссамы,Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған,СССР-ҙың халыҡ художнигы Әхмәт
Фәтҡулла улы Лотфуллин 1928 йылдың 4 февралендә Башҡорт АССР-ыТамьян-Ҡатай
кантонының (хәҙерге Әбйәлил районының)Ишҡол ауылында тыуған.

4.

Рәссамдың төрлө йылдарҙа төшкән фотоһүрәттәре.
Ағаһы менән.Асҡар,октябрь 1957 йыл.
Бәхетле бала саҡ.1932 йыл.
Ғаиләһе менән

5.

Әхмәт Лотфуллиндың
йәш сағы-белем алыуға ынтылыуҙың сағыу өлгөһө.Ул үҫмерлектән сығыр-сыҡмаҫ ауыр һуғыш
йылдарында Магнитогорскийҙа һөнәрселек училищеһында уҡый.Ә Еңеү яҙын килтергән 1945
йылда Ленинград ҡалаһындағы 9-сы архитектура-художество училищеһында уҡый.Һөнәре
буйынса юғары белемде Литва ССР-ның Дәүләт художество институтында ала.

6.

Уның тәүге шәхси күргәҙмәһе 1957 йылда Өфөлә үтә. “Әсә портреты” рәссамға киң билдәлелек
алып килә.”Әсә портреты”(1956), “Автопортрет”(1956),”Интерьерҙа башҡорт ҡыҙы”(1957) тигән
эштәре М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейына һатып алына.

7.

Ижадының тәүге осоронда ул тулыһынса тиерлек портрет жанрында эшләй.Ул үҙе өсөн
ҡәҙерле,күңеленә яҡын кешеләрҙең-ата-әсәһенең,туғандарының,яҡташтарының портреттарын
төшөрә. Ике портреттан торған “Алтын көҙ”(1968)әҫәрендә атаһының һәм әсәһенең образдарын
һынландыра.

8.

Әхмәт Лотфуллин күренекле башҡорт зыялыларының,фән,әҙәбиәт,сәнғәт эшмәкәрҙәренең
порттарын ижад итә.
Портрет композитора З.Исмагилова
Портрет З.Биишевой

9.

Ә.Лотфуллин,әйтерһең бөтөн йәне-тәне менән тыуған тупраҡҡа,тыуған ергә ереккән.Халыҡтың тәрән
тамырҙары тыуған ерендә.Шуның өсөн дә ауыл кешеләренең йәйен-ҡышын мал бағып,иген
үҫтереп,биттәре елдә ярылып ,ҡояшта янып тутланып ,ҡарағусҡылланып бөткән ,хәләл көстәре менән
донъя көткән яҡташтарының образдары аша ул башҡорт халҡының характерын һынландыра. “Әбйәлил
районы Калинин исемендәге колхоз алдынғылары “портреттар серияһын ижад итә (1974)
Телятница Н.Багранова
Первая трактористка
Магинур Хасанова
Механизатор
Р.Зайнетдинов

10.

Рәссам ижадында һуғыш темаһы.”Фронтҡа оҙатыу”(1979),”Хушлашыу”(1973),”Көтөү.1941
йыл”(1970) картиналарында Бөйөк Ватан һуғышы һүрәтләнә.

11.

“Мин халҡымдың еңел
булмаған тормошон,милли
традицияларға үрелгән бай
тарихлы үткәнен күрһәтергә
ынтылдым”.(Ә.Лотфуллин)

12.

Рәссам“Урал аръяғында байрам.Һабантуй.”(1964),”Ауылда байрам”(1969),”Ямғыр
теләү”(1994),”Аҡ тирмә”(1989) картиналарында халҡыбыҙҙың милли йолалары,традициялары,
ғөрөф-ғәҙәттәрен күҙ алдына баҫтыра.”Мин халҡымдыңеңел булмаған тормошон,милли
традицияларға үрелгән бай тарихлы үткәнен күрһәтергә ынтылдым”.(Ә.Лотфуллин)

13.

Мөғжизә.
Ә.Лотфуллинға
Халыҡтыҡы булған кеүек һүҙҙәр
Балсыҡ та бит ерҙән-ни бәхәс?
Балсыҡ әммә балсыҡ көйө ҡала,
Тылсымлы ҡул уға теймәгәс.
Нисә күрһәм,шунса хайран ҡалам,
Төшөнә лә алмай мин бер ҙә:
Милләтең рух көсөн,мәртәбәһен
Нисек бирә рәссам киндерҙә?!
Ижад ул-мөғжизә,ай-һай ,ситен
Серен уның аңлау,аңлатыу:
Тәүгә күрәмме ни-ниңә гелән
Тәрән тәьҫир итәтаң атыу?!
Х.Назар,шағир

14.

“Өс ҡатын”полотноһын (1969)рәссам Лотфуллин үҙенең автобиографияһы тип атай.Үҙенең һәм
яҡындарының тормошо хаҡындағы уйланыуҙар,бала сағында ишетеп үҫкән йыр,риүәйәттәр ята был
картинаһының нигеҙендә.Рәссамдың иң уңышлы картиналарының береһе һанала.

15.

Башҡорт халҡының һоҡланғыс уҙаманы,күренекле рәссам Әхмәт Лотфуллиндың ижады ҙур танылыу
яулап,хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланды.Картиналарының күп һанлы күсермәләре эшләнә,газетажурнал,китап баҫмаларында ижады даими баһалана.Сәнғәт фәне белгесе Л.Попова уның ижады менән
шөғөлләнә.Ә.Лотфуллиндың “Хушлашыу” исемле картинаһы Рус дәүләт музейында, “Фронтҡа оҙатыу”-Дәүләт
Третьяков галереяһында һаҡлана.Күп һанлы картиналары илебеҙҙең төрлө музейҙарына һәм шәхси
коллекцияларға таралған.Уның исеме АҠШ-тағы биографик институт сығарған донъялағы иң танылған кешеләр
исемлегенә һәм “Рәсәйҙең күренекле кешеләре”энциклопедияһына индерелгән.

16.

Тыуған ауылындағы китапханаға бүләк иткән картиналарын балалар ҙа, ололар ҙа һоҡланып
ҡарайҙар.Уны иҫләйҙәр,хәтерләйҙәр.Килгән ҡунаҡтарға,балаларға даими экскурсиялар, тематик
кисәләр үткәрелеп тора.

17.

Рауил ауылында күренекле яҡташыбыҙ Ә.Лотфуллиндың васыяты буйынса уның йортонда мәсет асыла.
Әхмәт Фәтҡулла улының исемен йөрөткән мәсеткә ауыл халҡы айырым бер ғорурлыҡ менән йөрөй.

18.

Презентацияны әҙерләне:Һаҙыев
Азамат, 5-се класс. Ишҡол ауылы.
Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
English     Русский Правила