1. Зәйнәб Биишеваның «Мөхәббәт» хикәйәһе буйынса (Кино йылына бағышлана)
Башҡарҙы:
10 класс уҡыусыһы
Хафизова Азалия,
Етәксеһе: Тимербулатова Р.М.,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы
2. Сәлимә йоҡоһонан тертләп уянып китте...йүгереп хәле бөткән кеше һымаҡ, ...тороп ултырҙы
Уны уятҡан тауыш ҡайҙалыр, бик алыҫта,
тағы бер нисә тапҡыр тоноҡ ҡына
ҡабатланды ла тынды
4. Сәлимә йүгереп барып тәҙрәне шар асып ебәрҙе.
5. Уңышһыҙ мөхәббәт менән үткән йәшлек
6. ...Бына ғәмһеҙ бала саҡ...Мәктәптең һуңғы класы...Эйе, был ваҡытта ул шаян,көләс бер ҡыҙ ине...
7. Хәмит – аҡыллы, пионер, комсомол эшендә актив, эшһөйәр егет. Ә Сәлимә һәр ваҡыт уны күреп торғоһо килде.
8. Балаларса ябай,саф күңелле осрашыуҙар уларҙың йөрәктәрендә бөткөһөҙ шатлыҡ,көс,дәрт уята
9. Һуғыш менән уҙған өсөнсө яҙ.Хәмит ауыл хужалығы интитутының беренсе курсын тамамланы.Сәлимә институтҡа инергә дәртләнеп йөрөй.
10. Хәмитте лә Ватан ил һаҡларға саҡырҙы.
11. Хәмит уға ошо кисте беренсе тапҡыр үҙенең һөйөүен әйтте...
12. Свердловск ҡалаһында бер курс үтте.Лейтенант булып сыҡты.Унан һуғышҡа китте.
13. Сәлимәгә ябай,ҡыҫҡа,ләкин һөйөү,һағыныу хистәре менән тулы булған хаттар килеп кенә торҙо.
14. Сәлимә лә яҙҙы.Уның бер хатына ҡаршы икене,өстө яҙҙы.
15. Ә еңеүле,дауыллы һуғыш дауам итте.
16. Һәр көн почта кемгә лә булһа ла хәбәр килтерә.
17. «…Ике көн инде Берлин урамында һуғышабыҙ.Еңеү,еңеү көнө етте,күбәләгем!..Шатлан!Тиҙҙән күрешербеҙ...»
18. Һул аяғын тубығынан юғалтып,Хәмит ҡайтып төштө.
19. Мәғәнәһеҙ,үкенесле осрашыу. -Мин ауылға китәм.МТС-ҡа, - тип ҡарар ҡылды Хәмит.
20. Сәлимә Хәмиттән көн дә хәбәр көттө. Бер көн әсәһе уға хат тотторҙо. Ул Хәмиттән түгел, ә элекке күршеһе Фатима апайҙан ине.
21. «…МТС-та баш агроном булып Хәмит эшләй...»
22. «...Уны (Хәмитте) эш өсөн генә тыуған кеше,тип йөрөтәләр.Шәхси тормошо тураһында уйлай белмәй...»
23. Бына ошо һүҙҙәр Сәлимәнең йөрәгенә рух,йән өрҙөләр.
24. -Әсәкәйем,мин райкомға Хәмит янына киттем.
25. -Бар,балам,хәйерле юл!