Похожие презентации:
Образ һәм уға хас үҙенсәлектәр
1. Образ һәм уға хас үҙенсәлектәр
2.
Донъялағы бөтөн күренештәр кеүек үк, матурәҙәбиәттең дә эстәлеге һәм формаһы бар.
Художестволы эстәлек – ул яҙыусыны
тулҡынландыра торған һәм уның хыялы аша
“үткән” тормош картиналары. Ә инде әҙәби
форма – ул әҫәрҙең эске ҡоролошо һәм
тышҡы биҙәге. Художестволы форма
тураһында хәстәрлек күрмәү эстәлектең
шиғриәтһеҙ, ҡанатһыҙ булыуына алып килә.
Һәм киреһенсә, әҫәрҙең формаһын
эстәлектән « азат итергә » тырышыу
яҙыусыны формализмға юлыҡтыра, уның
ижадын халыҡ тормошонан айыра.
3.
Эстәлек һәм форманың берлеге –художестволылыҡтың төп законы ул. Форма
менән эстәлектең үҙ-ара ярашауын
кәүҙәләндереүсе материал күрһәткес булып
әҫәрҙең композицияһы, жанр үҙенсәлектәре,
художество деталдәре тора. Ләкин был ике
күркнешнең диалектик берлеге иң тәүҙә һәм
туранан-тура художестволы образда сағылыш
таба.
Образлылыҡ – матур әҙәбиәттең йәне һәм
асылы. Шиғриәттең айырылмаҫ үҙенсәлеге
булараҡ, образлылыҡ әҙәби әҫәрҙең бөтөн
компоненттарына ла үтеп инә.
4. Образдарҙы шартлы рәүештә ике төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин: - Беренсе төркөмгә образлылыҡтың киң мәғәнәлелегенә бәйләнешле күренештәр и
Образдарҙы шартлы рәүештә ике төркөмгәбүлеп ҡарарға мөмкин:
- Беренсе төркөмгә образлылыҡтың киң
мәғәнәлелегенә бәйләнешле күренештәр
инә. Ысынбарлыҡ менән әҙәбиәттәге уның
сағылышы араһындағы мөнәсәб бик нескә
һәм ҡатлаулы, был мөнәсәбәт арҡаһында
тыуған образлылыҡ күҙгә ташланмаҫҡа
мөмкин. Шунлыҡтан, был төркөмгә ингән
образдар, ғәҙәттә, уҙаллы исем менән
йөрөйҙәр
5. Мәҫәлән: ваҡиға образы-сюжет, фекер образы-сағыштырыу, метафора, эпитет. Кешенең тышҡы ҡиәфәте образы – портрет, тәбиғәт образы – пейзаж. «
Мәҫәлән: ваҡиға образы-сюжет, фекеробразы-сағыштырыу, метафора, эпитет.
Кешенең тышҡы ҡиәфәте образы – портрет,
тәбиғәт образы – пейзаж.
« Үлемһеҙлеккә хоҡуҡ » повесы – Александр
Матросов ғүмеренең һәм батырлығының
образы ул » , - тип әйтәләр икән.
6. Икенсе төркөмгә тарыраҡ мәғәнәләге образдар ҡарай. « Образ » төшөнсәһе хәҙерге әҙәбиәт ғилемендә биш мәғәнәлә йөрөй: 1. Образ тип художеств
Икенсе төркөмгә тарыраҡ мәғәнәләгеобраздар ҡарай. « Образ » төшөнсәһе хәҙерге
әҙәбиәт ғилемендә биш мәғәнәлә йөрөй:
1. Образ тип художестволы әҫәрҙә
һүрәтләнгән кешене – затты атайҙар.
Персонаж, герой, тип, характер тигән
күренештәрҙең барыһы өсөн дә ул ғөмүм
исем вазифаһын үтәй. (Павел Власов образы,
Ғәзинур Ғәфиәтуллинобразы, Үлмәҫбай
образы).
7. 2. Әҫәрҙә һүрәтләнгән тормош картиналарының ғөмүм һынын да шулай тип атау ғәҙәте бар: « Салауат Юлаев » романында Степен Злобин 18 быуыттығы
2. Әҫәрҙә һүрәтләнгән тормошкартиналарының ғөмүм һынын да шулай тип
атау ғәҙәте бар: « Салауат Юлаев »
романында Степен Злобин 18 быуыттығы
Башҡортостандың образын тыуҙырҙы », тип
әйтергә мөмкин.
3. Образ тигәндән, беҙ ысынбарлыҡтағы иң
типик күренештәрҙе шиғриәтле итеп
сағылдырыу юлдарын аңлайбыҙ. «Сатирик
образ», «Лирик образ», «Аллегорик образ»
кеүек төшөнсәләр нәҡ ана шул мәғәнәлә
ҡулланылалар.
8. 4. Ҙур мәғәнәле, символик эстәлекле әйбер һәм хайуандарҙы ла образ исеме менән йөрөтөү бар. (Ғ. Сәләмдең «Республика иртәһе» шиғырындағы «йә
4. Ҙур мәғәнәле, символик эстәлекле әйберһәм хайуандарҙы ла образ исеме менән
йөрөтөү бар. (Ғ. Сәләмдең «Республика
иртәһе» шиғырындағы «йәшәреүсе, яңынан
тыуыусы ыласын ҡош» образы, М.Кәримдең
«Барыһы ла йәнле бында» әҫәрендәге «үткән
яүҙа еңеп ҡайтҡан ҡылыс» образы. Был
образдар аша Ғ.Сәләм бөгөнгө башҡорт
халҡын, М.Кәрим илебеҙҙең тыныслыҡты
яҡларға әҙер тороуын символлаштырып
бирә.
9. 5. Образ төшөнсәһе сағыштырыу, метафора кеүек һүрәтләү сараларының синонимы рәүешендә лә ҡулланыла.
10. Образдарҙы яһалыу рәүешенә ҡарап ҡына түгел, тотҡан эстәлегенә ҡарап та төркөмләүсе ғалимдар бар: - Образ-әйбер (Айбалта. Был ҡоралдың бер ү
Образдарҙы яһалыу рәүешенә ҡарап ҡына түгел, тотҡанэстәлегенә ҡарап та төркөмләүсе ғалимдар бар:
- Образ-әйбер (Айбалта. Был ҡоралдың бер үк ваҡытта
айға ла, балтаға ла оҡшауы образлылыҡ тыуҙыра.)
- Образ-һүҙ (Гренада. Атаҡлы әҫәрегеҙҙең яҙылыуына
этәргес көс булып нимә торҙо?-тигәнһорауға М.Светлов,
ошо һүҙҙең аһәңлелеге, образлылығы тип яуап биргән.)
- Образ-тойғо (Һ.Таҡташтың «Мөхәббәт тәүбәһендә» ге
«Их, һин йәшлек!» тип башлана торған строфа быға
асыҡ үрнәк була ала.)
- Образ-фекер (мәҡәлдәрҙең күпселеге, ҡанатлы һүҙҙәр,
күп кенә шиғырҙың аҙағы, мәҫәлдәрҙең морале һ.б.)
11. - Образ-характеристика (Муса Йәлилдең Моабит төрмәһендә яҙылған «Бүреләр», «Вәхшәт», «Алман илендә» исемле шиғырҙарында һәйбәт өлгөләр ба
- Образ-характеристика (Муса ЙәлилдеңМоабит төрмәһендә яҙылған «Бүреләр»,
«Вәхшәт», «Алман илендә» исемле
шиғырҙарында һәйбәт өлгөләр бар.)
- Образ-ситуация (Классик миҫалы Гоголдең
«Ревизор»ында килеп тыуған хәл).
- Образ-хәрәкәт. Уның ҡыҙыҡлы формаһын
үҙенең «Йыр тураһында баллада»һында
Н.Нәжми бирҙе. Егет һабантуйға ат өҫтөндә
сабышҡа килә. Майҙанға килеп сыҡһа, гт күҙе
менән күрһен:һабантуй урынында ел генә
уйнаҡлап йөрөй, уйын-көлкө шаулай торған
ерҙә ут та төтөн генә тороп ҡалған.
12. Шундай образ-хәрәкәт арҡаһында автор һуғыш башланыу хәбәренең халыҡ тормошона ниндәй ҙур драматизм алып килеүен асыҡ итеп күҙ алдына баҫт
Шундай образ-хәрәкәт арҡаһында авторһуғыш башланыу хәбәренең халыҡ
тормошона ниндәй ҙур драматизм алып
килеүен асыҡ итеп күҙ алдына баҫтыра
алған:һабантуйҙан кешеләр...һуғышҡа
китәләр. Был образ кеше кеше тормошонан
ике плюсын (байрам һәм яу) бер уңайҙан
һыйҙыра алыуға ирешкән. Ҡамсының үҙенен
үҙе ҡылысҡа әүерелеүе халҡыбыҙҙың нисек
итеп тыныс тормоштан бик тиҙ хәрби
тормошҡа күсеүен символлаштырып килә.