Похожие презентации:
Образдың иң мөһим үҙенсәлеге
1.
•Образдың иң мөһим үҙенсәлеге – конкрет ашағөмүмәнде һынландыра алыу ҡеүәте. Айырым
герой образы аша яҙыусы билгеле бер сифатты,
ғаилә арҡылы бөтөн бер йәмғиәтте
кәүҙәләндерә ала. Улай ғына түгел,
конкретлыҡҡа ни тиклем нығыраҡ ирешһә,
яҙыусының гөмүмде һынландырыусы шул
тиклем уңышлыраҡ була.
• Абстракт төшөнсә һәм күренештәргә йән өрә
алырҙай конкретлыҡ – шулай итеп, образдың
иң әһәмиәтле үҙенсәлеге.
•Художестволы образдың өсөнсө бер
үҙенсәлеген кинәйә тип атарҡа мөмкин.
2. Әҙәби кинәйәнең нигеҙендә бер әйбер аша икенсе бер әйбер йәки күренеште һүрәтләй белеү сараһы ята. Теге йәки был әйберҙе һәм сифатты, тойғо
Әҙәби кинәйәнең нигеҙендә бер әйбер ашаикенсе бер әйбер йәки күренеште һүрәтләй
белеү сараһы ята. Теге йәки был әйберҙе һәм
сифатты, тойғоно һәм хәрәкәтте туранан-тура
үҙ исеме менән атауға ҡарағанда, шул уҡ
мәғәнәне башҡа төрлө күренештәр арҡылы
һынландырыу күп тапҡырға эффектлыраҡ.
3. Образлылыҡ – матур әҙәбиәттең даими һәм иң мөһим үҙенсәлеге. Ә бына образ – конкрет төшөнсә. Ул һәр ваҡыт яңы, һәр ваҡыт оригиналь. Ике йәки
бер нисә әҫәр өсөнуртаҡ образдың булыуы мөмкин түгел. Әҙәби
ижадҡа хас булған күренештәрҙең барыһы ла
образда үҙенең сағылышын таба. Ижад
методының ниндәй булыуыны ҡарап, образ
үҙгәрмәй ҡала алмай. Романтизмға, мәҫәлән,
көнкүреш мәшәҡәттәренән йыраҡлашҡан,
ғәҙәти булмаған образдар хас.
4. Ш. Бабичтың йондоҙҙар менән серләшеүе, ай менән күрешеүе, ҡояш менән бәхәскә кереүесе образдары ана шундайҙарҙан. Сентиментализм вәҡилдәр
Ш. Бабичтың йондоҙҙар менән серләшеүе, айменән күрешеүе, ҡояш менән бәхәскә
кереүесе образдары ана шундайҙарҙан.
Сентиментализм вәҡилдәре кеше
психологияһына ҡағылышлы күренештәрҙе
ҡабартып күрһәтергә яраттылар. Әҫәрҙең
ниндәй жанрға ҡарауы ла образдарҙың
характерына йоғонто яһай. Повестағы төп
хәрәкәт итеүсе көс – үҙенең индивидуаль
йөҙө булған кешеләр. Ә лириканаң үҙәк
образы – үҙ-ара мәғәнәүи бәйләнешкә кергән
поэтик фекерҙәр.
5. Әҙәби образдарҙың үҙенсәлеге ниндәйҙер дәрәжәлә милли традициялар менән дә, яҙыусының ижади стиле менән дә аңлатыла. Инглиз әҙәбиәтендәг
Әҙәби образдарҙың үҙенсәлеге ниндәйҙердәрәжәлә милли традициялар менән дә,
яҙыусының ижади стиле менән дә аңлатыла.
Инглиз әҙәбиәтендәге баллада менән рус
әҙәбиәтендәге баллада араһына тигеҙлек
билгеһеҡуйып булмай. Бер үк дәүерҙә, бер үк
әҙәби мөхиттә шағирҙар тарафынан
тыуҙырылған образдар ҙа бер-береһенән бик
ныҡ айырыла.
Образдың реалләшеүе телдән башҡа,
әлбиттә, мөмкин түгел. Шулай булыуға ла
ҡарамаҫтан, матурлыҡтың тәбиғәте образдан
башлана.